

Республика Башлығының бүләктәре килеп етте
Төркмән ауылында йәшәүсе башҡорт милли кейемдәре тегеү буйынса оҫталығы менән хайран ҡалдырған Рәғиҙә Әхмәтшинаны белмәгән кеше юҡтыр. Ул ҡул эше менән үҙе генә шөғөлләнеп ҡалмай, был эшкә башҡаларҙы ла ихлас өйрәтә. Рәғиҙә Әхмәтшина етәкләгән оҫтабикәләр “Ихлас” клубына берләшкән.
Республика Башлығы Төркмән яҡтарында булғанда беҙҙең оҫтабикәләрҙең эшен дә ҡарағайны. Радий Фәрит улына үҙ көсө шундай ҙур эш алып барған уңған ханымдарҙың эштәре бик оҡшай һәм уларға теген машиналары вәғәҙәләй. Төбәк етәксеһе һүҙендә торҙо. Был хаҡта Рәғиҙә Әхмәтшина үҙенең социаль селтәрҙәге битләүегендә хәбәр итте:
- Ҡыуанысыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ. Теген машинкаларын алдыҡ. Хәҙер алда ҙур эштәр тора. Имен генә тотонорға яҙһын. Быйылғы йылға планлаштырған эштәремдең бер нисәүһе тормошҡа ашты. Үҙемә алмаш әҙерләнем - ете айлыҡ ҡына ейәнсәрем машинка артына ултырҙы-ҡул эштәре сихри донъяһының ишектәрен асты-өйрәнә башланы. Мин ни өләсәй кеше, үҙем белгәндәрҙе өйрәтәм.
“Ихлас”ҡа Төркмәндең генә түгел, ә күрше ауылдарҙың да уңғанбикәләре йыйылған. Улар теккән милли кейемебеҙ зауыҡлығы һәм матурлығы менән айырыла. Уңғанбикәләргә милләтебеҙ тарихын һаҡлағаны өсөн рәхмәт әйтеп, уңыштар теләйбеҙ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.