Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
9 Июнь 2023, 16:45

Ауыл уҡытыусыларына - гранттар

2023 йылда һәр ҡайһыһы 690 мең һумлыҡ 150 грант бүлеү ҡаралған. Ғаризаларҙы 30 июнгә тиклем ебәрергә кәрәк.   Конкурста 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнашырға хоҡуҡлы. Уларҙың уҡытыу йөкләмәһе бер ставканан кәм булмаҫҡа, ә йәшәгән тораҡ пунктында халыҡ һаны 15 меңдән артмаҫҡа тейеш.

Ауыл уҡытыусыларына - гранттар
Ауыл уҡытыусыларына - гранттар

Башҡортостанда ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар конкурсына документтар ҡабул ителә. Педагогтарға йыл һайын тапшырылып килгән республика гранты 2019 йылда булдырылған.

2023 йылда һәр ҡайһыһы 690 мең һумлыҡ 150 грант бүлеү ҡаралған. Ғаризаларҙы 30 июнгә тиклем ебәрергә кәрәк.  

Конкурста 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнашырға хоҡуҡлы. Уларҙың уҡытыу йөкләмәһе бер ставканан кәм булмаҫҡа, ә йәшәгән тораҡ пунктында халыҡ һаны 15 меңдән артмаҫҡа тейеш.

Грант алған уҡытыусылар Башҡортостандың бер үк районындағы төп белем биреү ойошмаларында ун йылдан ашыу эшләргә бурыслы.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: