Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
8 Июнь 2023, 18:30

Бына шундай мөхәббәт

Мин аптырап ҡалдым. Ниндәй бәхетте әйтә икән тип уйланым. Бер көн ағайым урамдан үтеп барған ҡыҙға ымлап күҙ ҡыҫты. Шулай итеп кәләшемде таптым. Беҙ быға тиклем дә аралаша инек. Тик мин һөйгәнемдең мине күргән һайын осҡонланып киткән күҙҙәрен күрмәгәнмен. Ә ағайым иғтибар иткән! Бына шулай таптым бәхетемде! Һөйгәненә кәләше лә ҡушылды: “Мин уны мәктәп йылдарынан яратым. Ә ул янымдан күрмәй ҙә, иғтибар итмәй ҙә үтеп китер ине. Уның өсөн илаған төндәр!..

Бына шундай мөхәббәт
Бына шундай мөхәббәт

Яратып өйләнешкән парҙан бәхет серен һорағас, улар бер-береһенә серле генә ҡарап ҡуйҙы. Унан кейәү кәләшенән: “Һөйләйемме һуң?”-тип һораны. Бәхетле кәләш уға яратып йылмайып ҡарап: “Һөйлә инде, бар кешегә һөйләп бөтөп бараһың бит инде!”-тип сыңғырлатып көлдө. Ә мин уларҙы тыңлап, бәхеттең уйламаған ерҙән килеүен, бары тик ышанырға кәрәклеген аңланым. Бына нимәне бәйән итте йәштәр:

- Яратҡан кәләшемә тиклем дә мин бер ҡыҙ менән осраштым. Бер йылдан һуң ҡапыл ташлаштыҡ. Эйе, барыһы ла яҡшы кеүек ине. Мин уны шул тиклем ныҡ яратҡан кеүек инем, тағы ярты йылдан өйләнешеү тураһында хыялландыҡ. Ул: “Миңә һинән бер нимә лә кәрәкмәй, үҙең генә кәрәк”,-тип ҡабатларға яратты. Ҡиммәтле сәскәләр гөлләмәһе бүләк иткән һайын: “Ниндәй сәскә булыуы мөһим түгел, һинең ҡулыңдан ҡыр сәскәләре лә алырға әҙермен”,-тине.

Бер яҙ өләсәйемдең баҡсаһынан бик күп итеп ынйы сәскәһен йыйып алдым. Хатта кибет гөлләмәһенән матурыраҡ та килеп сыҡты. Ҡыуана-ҡыуана бүләк иттем дә, ғорурлыҡ менән үҙем йыйғанымды әйттем. Ҡыҙҙың төҫө боҙолоп китте лә: “Һин һаран икәнһең”,-тине. Ул мине аҡсаны экономиялап “ҡый сәскәһен” йыйыуҙа ғәйепләне. Бик ауыр булды. Шулай ҙа үҙемдә йылмайырға көс таптым. Ошонан һуң уның бар юғары һүҙҙәре алдыҡ булғанын аңланым. Ауыр булһа ла, башҡа уға барманым. Ул ғәфү үтенеп, кәйефе булмағанға нимә һөйләгәнен аңламауын да әйтеп ҡараны. Тик минең күңелем ҡатҡан ине. Уның туғандары ла, минекеләр ҙә аптыраны. Ағайыма барыһын да һөйләп биргәс: “Дөрөҫ эшләгәнһең, ҡустым, үкенмә. Бөгөн баҡсанан йыйылған гөлләмәлә һинең хеҙмәтеңде һәм иғтибарыңды тоймай, йәшәй башлағас тәүге ауырлыҡты кисереү менән терәк булыр урынға, юҡҡа сығарыр. Шулай ҙа алйот һин, ҡустым! Яныңда ғына йөрөгән бәхетеңде күрмәйһең”,-тип ҡуйҙы.

Мин аптырап ҡалдым. Ниндәй бәхетте әйтә икән тип уйланым. Бер көн ағайым урамдан үтеп барған ҡыҙға ымлап күҙ ҡыҫты. Шулай итеп кәләшемде таптым. Беҙ быға тиклем дә аралаша инек. Тик мин һөйгәнемдең мине күргән һайын осҡонланып киткән күҙҙәрен күрмәгәнмен. Ә ағайым иғтибар иткән! Бына шулай таптым бәхетемде!

Һөйгәненә кәләше лә ҡушылды: “Мин уны мәктәп йылдарынан яратым. Ә ул янымдан күрмәй ҙә, иғтибар итмәй ҙә үтеп китер ине. Уның өсөн илаған төндәр!

Кейәү кәләшкәйен ҡосаҡлап: “Бер күҙ йәшеңде лә түктермәм инде. Бәхет йәштәрең генә булыр!”-тине.

Бына шулай матур мөхәббәт тарихы. Ул бер ҙә һүрелмәй, йылдан-йыл нығыраҡ дөрләй барһын! Ынйы сәскәһендәй нәфис тә, ныҡ тамырлы ла булһын!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: