Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
8 Июнь 2023, 16:00

Баймаҡта - асфальт-бетон заводы

Ҡалабыҙҙа сәғәтенә 160 тонна етештереүсәнлеккә эйә яңы асфальт-бетон заводын монтажлау башлана. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында яҙып сыҡты. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, заманса завод Урал аръяғын юлдар һалыу һәм ремонтлау өсөн юғары сифатлы асфальт менән тәьмин итергә тейеш. - Заводты төп объекттарҙың береһе — Сибай - Аҡъяр трассаһы өсөн сафҡа индерәбеҙ...

Баймаҡта - асфальт-бетон заводы
Баймаҡта - асфальт-бетон заводы

 Баймаҡта сәғәтенә 160 тонна етештереүсәнлеккә эйә яңы асфальт-бетон заводын монтажлау башлана. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында яҙып сыҡты.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, заманса завод Урал аръяғын юлдар һалыу һәм ремонтлау өсөн юғары сифатлы асфальт менән тәьмин итергә тейеш.

"Заводты төп объекттарҙың береһе — Сибай - Аҡъяр трассаһы өсөн сафҡа индерәбеҙ. Ул халыҡты айырыуса борсоған юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса яңы республика программаһына инде. Ике йыл эсендә бында 60,5 саҡрымлыҡ участканы йүнәтербеҙ", — тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы.

 2023 йылдың майында Башҡортостанда халыҡ йыш зарланған юлдарҙы ремонтлау буйынса яңы төбәк программаһы башланды. Ул муниципалитеттарҙағы емерек юлдарҙы тергеҙеү мәсьәләһен хәл итергә тейеш.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: