

“Мәктәп системаһын модернизациялау” (өҫтөнлөклө милли проект) федераль программаһына ярашлы Беренсе Төркмән мәктәбен капиталь ремонтлау дауам итә. Мәктәп директоры Зәһүрә Ҡаһарманова әйтеүенсә, ремонт эштәре өсөн 46 млн һум аҡса бүленгән. Бынан тыш, йыһаздар һәм ҡоролмалар алыуға – 7 млн, мәктәп биләмәһен төҙөкләндереүгә 3 млн 898 мең һум аҡса тотоноласаҡ. Төҙөлөш эштәре тамамланғандан һуң был мәктәптә заманса эшләүгә тағы ла киңерәк юл асыласаҡ.
Нияз Атанғолов етәкләгән Моҡас ауыл биләмәһе Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән проекттарҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.
“Сәләмәт ауыл-2023” проектына ла ауыл биләмәһе районда иң беренсе булып ҡушылды һәм үткән аҙнала Әхмәр ауылында ойоштороу йыйылышы үткәрҙе. Уның эшендә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, Моҡас ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нияз Атанғолов, ауыл халҡы ҡатнашты.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, “Ҡоролтай” аллеялары төҙөү, “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” конкурсына әүҙем ҡушылыу, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы законды тормошҡа ашырыу буйынса ла Моҡас ауылы биләмәһендә маҡсатлы эш дауам итә.
Ауыл биләмәһе башлығы Нияз Атанғоловтың ябылырға торған почта бүлексәһен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индергәнен айырым билдәләп үтке килә. Эйе, күп ауылдарҙа почта бүлексәләре ҡыҫҡартыла. Был тотош республикаға хас күренеш. Ҡайһы саҡта ауылда почтальон булып эшләргә теләгән кешене таба алмау ҙа почта бүлексәләрен ҡыҫҡарта бара. Шундай мәлдә үҙ һүҙендә ныҡ тороп, бүлексәне алып ҡалған Нияз Атанғоловҡа рәхмәт һүҙҙәрен әйтке килә. Сөнки ауылда почта бүлексәһенең ябылыуы халыҡтың төрлө түләүҙәрен башҡа ергә барып түләргә мәжбүр итә, йәшерене юҡ, район гәзитенең тиражына ла был кире йоғонто яһай.
Моҡас ауыл биләмәһе халҡының ниндәй уй-хыялдар менән янып йәшәүен, мәктәптә барған капиталь ремонт тураһында “Һаҡмар” гәзитенең ошо аҙналағы һанында “Нисек йәшәйһең, ауыл?” рубрикаһы аҫтында Азамат Мөхәмәтшиндың репортажынан уҡырһығыҙ.