

25-27 майҙа Сибайҙа "Урал аръяғы" V Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы 2 миллиард һумдан ашыу суммаға хеҙмәттәшлек тураһында 7 килешеүгә ҡул ҡуйырға йыйына. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
"Документтар юл буйы сервисын, шулай уҡ тиҙ хеҙмәтләндергән йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары селтәрен үҫтереү өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә ҡағыла. Нуғай ауылы эргәһендәге "Өфө - Охлебинин" автомобиль юлы буйында комплекс төҙөү тураһында килешеүҙе иң күләмлеһе тип иҫәпләргә мөмкин. Инвестор проектҡа 254 миллион һум аҡса бүлергә ниәтләй", - тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Бынан тыш, инвестиция һабантуйында министрлыҡ «Етештереүселәр һәм ритейл. Кәштәгә сығарыу» темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрә. Унда урындағы етештереүселәрҙең тауарҙарын һатыу өсөн инфраструктура булдырыу мәсьәләләре тикшерелә. Федераль һәм төбәк селтәрҙәренең Башҡортостан етештереүселәренә ҡыҙыҡһыныуы арта, ә тегеләр уларға лайыҡлы тәҡдим төҙөргә әҙер. Инвестиция һабантуйында ҡатнашыусылар эшлекле мәсьәләләрҙе тикшереүҙән тыш, республиканың мәҙәни һәм гастрономик традициялары менән танышыу мөмкинлеге бар.