

Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында "Яҡташлыҡ көсө" республика форумы үтте. Был иһә 2021 йылдың мартында Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән башланған "Атайсал" проектына яҡынса йомғаҡ яһау майҙансығы булды. Форумда меңдән ашыу кеше: танылған яҡташтар, меценаттар, дин әһелдәре, әүҙем эшҡыуарҙар, журналистар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Конгресс-холл фойеһында ойошторолған күргәҙмәләрҙә район-ҡалаларҙа тормошҡа ашырылған изге ғәмәлдәр һәм "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыусыларҙың проекттары, шулай уҡ "Башҡортостан аҙыҡ-түлеге - үҙебеҙ етештерәбеҙ!" билдәһе аҫтында бәләкәй һәм урта бизнес продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһе күрһәтелде.
Сәғәт 10-да тематик "түңәрәк өҫтәл"дәр һәм секциялар үҙ эшен башланы, унда ҡатнашыусылар йәштәр яҡташлығы хәрәкәтен үҫтереү, "Атайсал" проекты аша йәш быуынды рухи яҡтан тәрбиәләү, мәҙәни мираҫты һәм традицияларҙы һаҡлау мөмкинлектәрен ҡараны, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам мәсьәләләрендә тәжрибә уртаҡлашты, Башҡортостанда меценаттар һәм эшҡыуарҙар бойомға ашырған изге эштәр менән таныштырҙы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Яҡташлыҡ көсө" форумының пленар ултырышында бөгөн быуындар бәйләнешен һаҡлау, ныҡ һәм берҙәм булыу мөһимлеген белдерҙе. "Бөгөн махсус хәрби операция үткәреү шарттарында унда ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү айырыуса оло әһәмиәткә эйә. Тотош республика яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәтә, ошо ваҡыт эсендә Донбасҡа һәм махсус хәрби операция зонаһына 71 гуманитар ылау ебәрелде. Көн һайын кешеләр башҡорт батальондары егеттәре һәм мобилизацияланғандар өсөн тепловизорҙар, коптерҙар, окоп шәмдәре, рациялар, бал, шоколад килтерә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ улар өсөн кейемдәр тегә, маскировка селтәрҙәре үрә",-тип һөйләп үтте Радий Фәрит улы.
Был йәһәттән беҙҙең район-ҡалала ла әүҙем һәм маҡсатлы эш алып барылыуын билдәләп үтергә кәрәк. Яугирҙәргә ярҙам даими ойошторола, дөрөҫөрәге, был изге эш туҡтағаны юҡ. Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәребеҙ ҙә баймаҡтарға һәр саҡ рәхмәтен белдерә.
"Атайсал" форумына Баймаҡтан барған делегация вәкилдәре төрлө секция эштәрендә шөғөлләнде, алдынғы уй-фекерҙәрен тормошҡа ашырыу өсөн маҡсаттар билдәләне. Тыуған ер, ил өсөн изге эштәр башҡарыуға арналған был йүнәлеш республикабыҙ үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Баймаҡ районы һәм ҡалаһында ла был йәһәттән бик күп эштәр башҡарыла. Изге ғәмәлдәр ҡылыу эшҡыуарҙар, ойошмалар ғына түгел, ә тотош халыҡҡа хас. Тик шул эштәребеҙҙе күтәрә һәм күрһәтә белергә генә кәрәк.
"Атайсал" форумынан баймаҡтар киләсәккә тағы юғарыраҡ маҡсаттар ҡуйып ҡайтты. Уларҙың барыһы ла тормошҡа ашып, тыуған ерҙәребеҙ тағы ла йәмләнер, изге эштәр һандығы тағы ла тулыланыр, тип ышанабыҙ.
Гүзәл Салихова.