

Бар шундай колледж...
Билдәле булыуынса, былтыр Һөнәри белемде яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы сиктәрендә Баймаҡтағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжына капиталь ремонт үткәрелгәйне. Бының өсөн республика бюджетынан 56,5 млн һум аҡса бүленеп, уҡыу корпусының фасады, уға инеү төркөмө, фойе, ашхана, тамашалар залы, спорт залы, уҡыу кластары, коридорҙар һәм баҫҡыстар, тәҙрәләр, уҡыу-производство оҫтаханалары, электр ҡоролмалары төҙөкләндерелде. Һөҙөмтәлә элекке уҡыу йорто менән бөгөнгөһөн бөтөнләй сағыштырып булмай – ул әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә иғтибарҙы йәлеп итеп ултыра.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры И.Ә. Зәйнуллин менән ойошторолған интервьюла уҡыу йортоноң бөгөнгө һулышы, үҫеш йүнәлештәре тураһында һөйләштек.
-Илдус Әдиф улы, урта һөнәри белем биреү системаһының әһәмиәте һуңғы йылдарҙа федераль кимәлдә арта. Бай тарихҡа эйә уҡыу йорто булараҡ, был һеҙҙең колледжды яңы кимәлгә күтәреү мөмкинлеге бирер, тигән ышаныс барҙыр, моғайын...
-Эйе, юғары квалификациялы эшселәр һәм урта звено белгестәре әҙерләү һуңғы йылдарҙа дәүләттең иң өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһенә әүерелеүе тикмәгә түгел. Сөнки хеҙмәт баҙарында тап ошо йүнәлештәге белгестәргә ихтыяж ҙур һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар халыҡ хужалығының барлыҡ өлкәләрендә кәрәк. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы тап ошо йүнәлештә иң уңышлы эшләгән һәм төбәк өсөн кәрәкле кадрҙар әҙерләп сығарған абруйлы уҡыу йорттарынан һанала.
Ысынлап та, беҙҙең колледж бай тарихҡа эйә. 1975 йылда Баймаҡта 29-сы һөнәри-техник училище булараҡ үҙ эшмәкәрлеген башлаған уҡыу йорто 1984 йылда 105-се һөнәрселек училищеһы, 2012 йылдан инде һөнәрселек лицейы итеп үҙгәртелә. 2015 йылдан инде эшмәкәрлеген Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы булараҡ дауам итә. Хәҙер инде ул Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын, 105-се һөнәрселек училищеһын, Әбйәлилдәге 93-сө һөнәрселек училищеһын һәм Иҫке Собханғолдағы 132-се һөнәрселек училищеһын берләштергән ҡеүәтле уҡыу йорто булып һанала.
-Ошо ваҡыт арауығында уҡыу йорто күпме белгес әҙерләп сығарҙы?
-Үҙенең эшмәкәрлек осоронда колледж Урал аръяғы райондары өсөн 15 меңдән ашыу белгес – тракторсы-машинистар, автомобиль водителдәре, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүселәр, автомеханиктар, йорт хужабикәһе, теген машиналары операторҙары, электриктар һәм башҡа һөнәр эйәләре - әҙерләп сығарҙы. Улар районыбыҙҙың, төбәктең, республиканың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә уңышлы эшләне һәм эшләй.Араларында уҡыуҙарын артабан дауам итеп, юғары вазифа биләгәндәр ҙә, дәүләт эшмәкәрҙәре, фермер, сәхнә йондоҙҙары булып киткәндәр ҙә бар.
-Колледжда ниндәй һөнәрҙәр алып сығырға мөмкин?
-Бөгөн Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы ауыл хужалығы өсөн “В”, “С”, “D”, “Е”, “Ғ” категориялы тракторсы-машинист, “С” категориялы автомобиль водителе, иретеп йәбештереүсе, ауыл хужалығы производствоһында электр ҡоролмаларын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер, электр ҡоролмаларын ҡоролмаларын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер, үҫемлекселек мастеры, 11 класс базаһында иретеп йәбештереүселәр һәм теген машинаһы операторҙары әҙерләй. Тракторсы-машинисҡа уҡыусылар өҫтәлмә рәүештә бөгөн бик кәрәкле булған бульдозерсы, экскаваторсы, тейәүсе (погрузчик) һөнәрҙәре лә алып сыға. Шул уҡ ваҡытта беҙҙә инвалид балалар һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн “Ашнаҡсы”, “Ағастан художестволы әйберҙәр эшләү оҫтаһы” һөнәрҙәренә 10 айлыҡ курстар эшләй.Бер үк ваҡытта беҙҙә иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы, токарь танытмалары ла алырға мөмкин.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Урғаҙалағы филиалында 9 класс базаһында көндөҙгө бүлектә “Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү”, “Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе” һөнәрҙәре буйынса белем алырға мөмкин. Ситтән тороп уҡыу бүлегендә иһә 11 класс базаһында “Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе” белгестәре әҙерләнә. Бер үк ваҡытта бында “В”, “С”, “Е”, “D”, “Ғ” категориялы тракторсы-машинист, иретеп йәбештереүсе, токарь, “В” категориялы водитель, кассир, малды һәм ҡошто яһалма ҡасырыу буйынса оператор, ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡоролмаларын ремонтлау буйынса слесарь һәм ЭВМ операторы һөнәрҙәренә лә уҡып сығыу мөмкинлеге бар.
-Студенттар өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылған?
-Әйтергә кәрәк, беҙҙең колледжда һәм уның барлыҡ филиалдарында ла юғары квалификациялы белем алыу, ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү һәм артабан үҫеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Баймаҡтағы колледж, мәҫәлән, 600 урынға иҫәпләнгән уҡыу корпусы, 5 ҡатлы ятаҡхана, 200 урынлыҡ ашхана, спорт залы, китапхана, медпункт, актовый зал, автодром, йылы гараждары булған машина ихатаһы, оҫтаханаларға эйә. Урғаҙалағы филиалда иһә уҡыу корпусы 450 урынға тәғәйенләнгән, бында бөтөн уңайлыҡтар булған 5 ҡатлы ятаҡхана, 329 урынлыҡ ашхана, спорт залы, китапхана, актовый зал, автодром, машина ихатаһы һәм оҫтаханалар бар. Спорт майҙансыҡтарында, тренажер залдарында уҡыусылар теләп шөғөлләнә. Әйткәндәй, башҡа филиалдарҙа ла, йәғни Бөрйәндә һәм Әбйәлилдә лә ошондай яҡшы шарттар тыуҙырылған.
-Уҡыу йортонда белем алыусылар үҙҙәренең практик белемдәрен ҡайҙы нығыта, бының өсөн шарттар бармы?
-Студенттарҙың практик белемдәрен нығытыуға колледжда ҙур иғтибар бүленә. Үҙебеҙҙең 242 гектар биләгән уҡыу баҫыуында быйыл төрлө иген, техник, майлы культуралар үҫтереүҙе яйға һалдыҡ. Егеттәр унда үҙҙәренең тәүге һөнәри оҫталығын һынап ҡарай, техникаға ултыра, игенсе һөнәренең серҙәрен үҙләштерә. Бынан тыш, улар районыбыҙҙың алдынғы ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында производство практикаһы үтә, ысын хеҙмәт сынығыуы ала. Уҡыу йорто биләмәһендәге участкала иһә ҡыҙҙар күпләп йәшелсә һәм картуф үҫтерә, был иһә ҡыш студенттарҙы ашханала туҡландырыуға үҙ өлөшөн индерә.
-Колледж студенттарының төрлө конкурстарҙа даими ҡатнашыуын һәм еңеү яулауын ишетеп беләбеҙ...
- Уҡыу йортонда һөнәри оҫталыҡ хәрәкәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Беҙҙең студенттар республика кимәлендәге конкурстарҙа һәм ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында ойошторолған “WorldSkills Russia” һәм “Абилимпикс” конкурстары шуларҙың береһе булып тора. Шул уҡ ваҡытта “Ашнаҡсы эше”, “Кондитер эше”, “Ағасты һырлап эшләү”, “Автомобилдәрҙе ремогтлау һәм хеҙмәтләндереү”, “Иретеп йәбештереү технологиялары” конкурстарында иң яҡшылары булып таныла. “Ворлдскиллс”тың төбәк чемпионтында Н.Степанова, Г.Ғәлимова, И.Мәхмүтов, И.Ғәрифуллин, С.Зайцев, Я.Яхин, А. Валева, Я.Иҙелбаева, Н.Ғәйнуллина уңышлы сығыш яһаны.
Бөтә Рәсәй һәм республика олипиадалары һәм конкурстарында ла колледж студенттары юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Р.Әҙеһәмова, Р.Абдразаҡова, А.Закиров, Д.Фризина, А.Макаров, И.Буранғолов, Р.Ниғмәтуллина, Я.Иҙелбаевалар ошондай бәйгеләрҙә еңеүсе булып танылды. Әлбиттә, яуланған ҡаҙаныштарҙа педагогик коллективтың хеҙмәте бик ҙур. Беҙҙә хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреүгә ҙур иғтибар бүленә, педагогтарҙың күбеһе юғары һәм беренсе категорияға эйә. Яңы белем биреү технологияларын ҡулланыу ҙа үҙенең тос емештәрен бирә.
-Колледж коллективы үҙ алдына ниндәй маҡсаттар ҡуйып эшләй? Иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе – тәрбиәүи эшкә ниндәй иғтибар йүнәлтелә?
-Уҡыу йорто коллективы тәрбиәүи эштә граждан-патриотик йүнәлеште һайланы. Беҙ – ер кешеләре, шуның өсөн дә йәш быуында илебеҙгә, республикабыҙға, тыуған еребеҙгә, ҡарата илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү маҡсатын ҡуйҙыҡ. Ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә беҙ бөтә көстө һалырға, районыбыҙҙың хеҙмәт геройҙарына тиң егеттәр һәм ҡыҙҙар үҫтерергә тейешбеҙ, тигән фекерҙәмен.
Бер үк ваҡытта рухлы, белемле, аҡыллы, заманса ҡарашлы шәхес тәрбиәләү маҡсатында уҡыу йортонда быйыл кадеттар төркөмө асылған. Улар бөгөн бар өлкәләр буйынса ла үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә, ысын Ватан һаҡсыһы булараҡ тәрбиәләнә.
Ғөмүмән, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы төбәктә юғары квалификациялы ауыл хужалығы кадрҙары әҙерләү менән шөғөлләнгән иң төп уҡыу йорто булараҡ билдәле. Сөнки бөгөнгө тормошта үҙ урыныңды табыу, донъяңды ҡороу өсөн иң тәүҙә тап беҙҙең колледж кеүек уҡыу йортон тамамлау айырыуса отошло. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең белгестәргә халыҡ хужалығының барлыҡ тармаҡтарында ла ихтыяждың ҙур булыуын һәм уларҙы һәр ерҙә лә ҡолас йәйеп ҡаршы алыуҙарын хәтерҙән сығармайыҡ.
Азамат Мөхәмәтшин.