

“Йәшел Башҡортостан” акцияһы Баймаҡ ҡалаһында байрам төҫөн алды. Шулай булмай ни, яңырыу кисергән үҙәк майҙанға күпме кеше йыйылды! Ә “Сураш” ансамбле беҙгә дәртле йырҙары менән яҡшы кәйеф тә, көс тә бирҙе.
БР юстиция буйынса дәүләт комитеты етәксеһе урынбаҫары Светлана Ишморатова өмәлә ҡатншыусыларҙы тәбрикләп, йылдан-йыл “Йәшел Башҡортостан” акцияһының киңерәк майҙанды яулай барыуы хаҡында һөйләне. Ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев бөгөн үҙәк майҙанда декоратив алмағастар, йүкәләр (их, минең иң яратҡан ағастарымдың береһе! Баймаҡ тупрағын үҙ генә итһендәр инде!), шыршылар ултыртыласағын белдерҙе.
“Ҡабаланмағыҙ, матур итеп ултыртайыҡ. Сифатлы эштең һөҙөмтәһе лә булыр”,-тине Радмир Фитрат улы.
Акцияла район биләмәһе башлығы Фәнис Әминев, Баймаҡ яҡташтар берлеге вәкиле Мортаза Абдуллин, төрлө ойошма-предприятие етәкселәре лә ҡатнашты.
Өмә байрам төҫөн алды. Ағас ултыртыусыларҙың был сараға балалары менән килеүе бигерәк һөйөндөрҙө. Тимәк, киләсәк быуын Ер-әсәбеҙҙе йәшелләндереү йолаһын йөрәгенә һеңдереп үҫә. Ағастарыбыҙ шаулап үҫһен, уларға ҡарап быуын-быуын баймаҡтар һөйөнһөн!
Гүзәл Иҫәнгилдина.