

Башҡортостан йыһанға осороу өсөн ике кандидат әҙерләй. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенән Рәсәй Космонавтика федерацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма директоры Сергей Плюховтың һүҙҙәренә һылтанып хәбәр иттеләр.
Улар — ҡыҙ һәм егет.
«Әлегә исемдәрен әйтә алмайым, әммә уларҙы космонавтар отрядына ҡабул итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышырбыҙ. Маҡсатыбыҙ шул. Әлегә республикала «Буран» программаһы буйынса әҙерлек үткән бер генә космонавт бар, атҡаҙанған осоусы-һынаусы Урал Нәзиб улы Солтанов. Үкенескә күрә, программаны яптылар һәм ул оса алманы», — тип билдәләне Сергей Плюхов.
Уның һүҙҙәренсә, киләһе йылда республикала Байконур космодромына һәм Мәскәүҙең космонавтика музейына сәфәрҙәр тергеҙелә башлай.