+24 °С
Ямғыр
Районыбыҙҙың билдәле эшҡыуары Илсур Нәбиуллин тыуған төйәгебеҙ өсөн бихисап файҙалы эштәре менән билдәле. Тыуған ере өсөн янып йәшәгән кешеләргә лә ярҙам итә ул. "Минең кесе Ватаным - Атайсал" сараһында ул Бетерә ауылында йәшәгән ике кешегә "Яҡтыкүл" шифаханаһына юллама бүләк итте. Уның дуҫы, Сибай эшҡыуары Руслан Таһиров та районыбыҙҙың данлыҡлы эшҡыуары Мансур Кәримовҡа шифаханаға юллама бүләк итте. Афарин, егеттәр!