Ғаилә йылы
11 Апрель 2023, 10:35

Республика Башлығы - Күлтабанда

Күлтабан халҡы менән аралашҡанда Радий Фәрит улы ауылда "Патриот" паркының филиалы асыласағы, ул ауыл өсөн үҫеш нөктәһенә әүереләсәге, өҫтәмә эш урындары хаҡында һөйләне...

Республика Башлығы - КүлтабандаРеспублика Башлығы - Күлтабанда
Республика Башлығы - Күлтабанда

Республика Башлығы беҙҙең яҡтарҙағы эш сәфәре барышында Күлтабан ауылының мәҙәни-белем биреү үҙәгендә булды. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бында "Патриот" хәрби-илһөйәрлек паркының филиалын асыу маҡсат итеп ҡуйылған.

- Республикала "Патриот" паркының бер нисә төбәк үҙәген ойошторорға теләйбеҙ. Өфөлә ул база. Урал аръяғы өсөн Күлтабанда асыла, унда матди база әҙер. Беҙгә көнбайышта, төньяҡта һәм үҙәктә кәрәк. Бында, Күлтабанда, бина һәйбәт торошта, әлбиттә, уны ремонтлау, реконструкциялау талап ителә. Әммә аҡса табырбыҙ һәм 2024 йылдың 1 ғинуарында бында «Патриот» паркының филиалын асырға тейешбеҙ, - тине Радий Фәрит улы.

Башҡортостан Башлығы мәҙәни-белем биреү үҙәгендә урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пунктын да ҡараны. Уның мөдире Ирина Канайкина менән аралашҡанда Радий Хәбиров халыҡтың төрлө белгестәргә яҙылыу барышы, рецептар һәм эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары биреү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.

23 йыл эш тәжрибәһе булған фельдшер һүҙҙәренсә, халыҡтың яртыһы - телефон, яртыһы "Табипҡа яҙылыу" сайты аша яҙыла.  

Күлтабан халҡы менән аралашҡанда Радий Хәбиров уларҙың ауылында "Патриот" паркының филиалы асыласағы, ул ауыл өсөн үҫеш нөктәһенә әүереләсәге, өҫтәмә эш урындары хаҡында һөйләне.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас