

Башҡортостанда Ватан яугирҙәре ғаиләләренең комитеты эшләй башланы. Активтың составына Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары хәрбиҙәренең хәләл ефеттәре, ата-әсәләре, шулай уҡ «Башҡортостандың халыҡ тылы» инициативалы төркөмө ирекмәндәре инде. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдең бөтә төбәктәрендә лә ошондай комитеттар ойошторола.
«Бындай комитеттар яугирҙәрҙең әсәләрен, ҡатындарын һәм яҡындарын берләштерә. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары, шул иҫәптән хәрби хәрәкәттәрҙә яҡындарын юғалтҡан ғаиләләр ҙә мөрәжәғәт итә ала. Комитет активы һәм әүҙемселәр тулы бер ярҙам системаһын төҙөй: психологик, юридик ярҙам күрһәтеү, осрашыуҙар», — тип яҙҙы Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Комитет әлеге ваҡытта һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә альбом эшләй башланы, хәрбиҙәрҙең ғаиләләре менән осраша, республика ҡалаларында һәм райондарында күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштора, тип өҫтәне ул. Ленара Иванова әйтеүенсә, Өфөлә бойомға ашырыла башлаған «Геройҙарҙың ҡатындары» проекты шәп илһөйәрлек акцияһы булмаҡсы, уның координаторы Эльвира Мацкевич та ошо комитет составында.