+24 °С
Ямғыр
Баймаҡ лицей-интернатында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыларының семинары уҙҙы.
Унда мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ирмәков, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәре ҡатнашты.
Шайморатов класы кураторы Илһам Нурдәүләтов асыҡ дәрестә уҡ атыу, стройҙа йөрөү, автоматты һүтеү һәм йыйыу буйынса күнекмәләр күрһәтте, класс етәксеһе Фәнүзә Байғотлина милли геройыбыҙ хаҡында әңгәмә ҡорҙо.
Пленар өлөштә лицей-интернат директоры Иҙел Әбүбәкеров шайморатовсылар класының төҙөлөү тарихы тураһында сығыш яһаны.