Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
29 Март 2023, 10:25

Оборона-сәнәғәт комплексын нығытабыҙ

Киләсәк иҡтисады өсөн яуаплы белгестәр лайыҡлы шарттарҙа йәшәргә һәм уҡырға тейеш...

Оборона-сәнәғәт комплексын нығытабыҙОборона-сәнәғәт комплексын нығытабыҙ
Оборона-сәнәғәт комплексын нығытабыҙ

Радий Хәбиров фекеренсә, төп бурыстарҙың береһе – оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларына булышлыҡ итеү. Бөгөн уларҙың армияны барлыҡ кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итеү йәһәтенән етди заказдары бар. Беҙ уларға тулыһынса, тәү сиратта хеҙмәт ресурстарында ярҙам күрһәтергә тейешбеҙ.

"Шуныһы мөһим: республикала эшһеҙлек кимәле бик түбән – 3,4% (Рәсәй күрһәткестәренән түбәнерәк). Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн беҙ урта һөнәри белем биреү системаһын нығытыуҙа мөһим аҙымдар яһаныҡ. Күп йылдар эсендә тәүге тапҡыр урта һөнәри белем биреү учреждениеһы өсөн былтыр ярты миллиард һум аҡса бүлдек, 11 колледжды ремонтланыҡ. Быйыл – тағы 300 миллион һум. Киләсәк иҡтисады өсөн яуаплы белгестәр лайыҡлы шарттарҙа йәшәргә һәм уҡырға тейеш", – тине Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы ултырышында.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас