Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
22 Март 2023, 15:22

Уҡыусыларға йола күрһәттеләр

Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре мәктәп уҡыусыларын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Был турала беҙгә Баймаҡ районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы хәбәр итте.Осрашыуҙа улар боронғо йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, милли ризыҡтарыбыҙ һәм башҡалар менән таныштырҙы. Балаларға Мәрйәм инәй "Ҡот ҡойоу", "Мейе ҡағыу" кеүек йолаларҙы таныштырҙы.

Уҡыусыларға йола күрһәттеләр
Уҡыусыларға йола күрһәттеләр

Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре мәктәп уҡыусыларын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Был турала беҙгә Баймаҡ районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы хәбәр итте.

Осрашыуҙа улар боронғо йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, милли ризыҡтарыбыҙ һәм башҡалар менән таныштырҙы. Балаларға Мәрйәм инәй "Ҡот ҡойоу", "Мейе ҡағыу" кеүек йолаларҙы таныштырҙы.

Шулай уҡ тәмле итеп ыумас ыуып, май икмәк, сөсө икмәк, мейестә көлгә тәгәрәтелгән ҡабыҡлы картуф менән һары май, ыуыҙ ҡоймаҡтары һәм башҡа аш-һыу йолалары менән таныштырҙылар. Һуңынан балалар самауыр сәйе эсеп, ағинәй нәсихәттәрен тыңлап , ололар менән аралашыуҙан күңелдәре күтәрелеп ҡайтты.
Ишһылыу Рәжәпова,
Сыңғыҙ ауылының "Ағинәй" ойошмаһы рәйесе .
#ағинәйҙәҡунаҡта
#быуындарбәйләнеше
#баймаҡағинәй

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: