Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
22 Март 2023, 14:35

Лауреаттар билдәләнде

2023 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына 91 йыл тулды. Рәми Ғарипов исемендәге премия 1994 йылдан бирле тапшырыла...

Лауреаттар билдәләнде
Лауреаттар билдәләнде

Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаттары билдәләнде. Бүләкләү тантанаһы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында уҙҙы. 

Быйыл лауреат исеменә танылған режиссер, «Йөрәк һүҙе» проекты авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, 1980 йылда Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатты тамамлаған Наилә Сәфәрғолова, «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, 1981 йылғы сығарылыштан Мирсәйет Юнысов лайыҡ булды.

Гимназистар араһында ла 2023 йылғы премия лауреаттары билдәләнде: Зөлхизә Усманова, Илгизә Йәрмөхәмәтова, Илназ Исхаҡов, Айҙар Байсыуаҡов һәм Элина Фәтхелисламова. Улар — уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиада һәм конкурстар еңеүселәре.

2023 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына 91 йыл тулды. Рәми Ғарипов исемендәге премия 1994 йылдан бирле тапшырыла.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: