Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
21 Март 2023, 09:35

Оператив кәңәшмәнән

Ошо аҙнанан "Таҙа кесаҙна" өмәләре башлана...

Оператив кәңәшмәнән
Оператив кәңәшмәнән

Оператив кәңәшмәнән

Район-ҡалалағы хәл-ваҡиғаларға арналған аҙналыҡ оператив кәңәшмәне бөгөн район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов үткәрҙе. Илгиз Хөрмәт улы тәүҙә үткән аҙнала үткән торлаҡ-коммуналь хужалығы көнөнә арналған сараларға, шулай уҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәренең спартакиадаһына, миҙгелде ябыуға арналған саңғы ярышына туҡталды. Әйткәндәй, саңғы ярышында баймаҡтар ғына түгел, ә Хәйбулла районы һәм Сибай ҡалаһы саңғысылары ла ҡатнашып, ярышты яҡшы итеп ойошторған өсөн рәхмәттәрен белдерҙе.

Берҙәм диспетчер хеҙмәте биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 14 марттан 21 мартҡа тиклем 198 хәл-ваҡиға тураһында хәбәр алынған. “112” телефонына 75 шылтыратыу килгән. Торлаҡ-коммуналь мәсьәләләренә ҡағылған 71 хәбәр булған. Ошо арауыҡ ваҡыт эсендә 12 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы, 4 янғын теркәлгән, үлем, йәрәхәтләнеү осраҡтары юҡ. “Бөгөн 06.59 сәғәттә “Ағиҙел” магазинының ҡыйығы яныуы тураһында хәбәр алынды. Әлеге ваҡытта утты һүндереү һәм уның сәбәбен асыҡлау эштәре бара”,-тине Хәмитйән Тойғонов.

Ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев ҡалала үткәреләсәк төҙөкләндереү эштәре, ике күп фатирлы йорттоң ҡыйығын алмаштырыу, “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса башҡарылсаҡ эштәргә туҡталды. Шулай уҡ 23 мартта 18.00 сәғәттә халыҡ ижады үҙәгендә Мәскәүҙән килгән белгестәр менән берлектә С.Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү тураһында йәмәғәт тыңлауҙары үтәсәк. Унда һәр кем ҡатнашып, үҙ тәҡдимдәрен индерә ала. Шуға күрә баймаҡтарҙы был һөйләшеүгә ҡушылырға саҡырам. Радмир Фитрат улы шулай уҡ ошо аҙнанан “Таҙа кесаҙна” өмәләре башланасағын белдерҙе. “Һәр ойошма-учреждение коллективтарының был өмәгә дәррәү ҡушылыуын, ҡарҙарҙы ташлап, сүп-сарҙы йыйып алырға саҡырам”,-тине ҡала мэры.

Мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков район башлығы Фәнис Әминев менән бергә яугирҙәребеҙ янына гуманитар ярҙам менән барып ҡайтыуҙары хаҡында һөйләне. Был хаҡта “Һаҡмар” гәзитенең ошо аҙналағы һанында тулы мәҡәләне уҡый алырһығыҙ. Фәнил Рамазан улы республиканың яугирҙәргә даими ярҙам итеүе хаҡында барыһына ла билдәле булыуы, “102” регионын күрһәткән транспортты күреү менән “башҡорттар килә” тип ҡаршы алыуҙары тураһында ла әйтеп үтте.

Илгиз Хөрмәт улы яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүҙә халыҡтың, бар ойошма-учреждениеларҙың ныҡ әүҙем булғаны өсөн рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ ул ошо аҙнала мәғлүмәт төркөмдәренең халыҡ менән осраша башлауын әйтеп үтте.

Оператив кәңәшмәлә юл, ташҡын мәсьәләләре, тиҙҙән яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырылыш башланасағы һ.б. һорауҙар күтәрелде.

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: