Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
17 Март 2023, 10:54

Йәнтөйәгебеҙ һаҡсыһы

Үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, эшен яратып һәм намыҫ менән башҡарған урмансылар һоҡланыу тыуҙыра. Тап шундайҙарҙың береһе лә инде Юлыҡ урман хужалығы мастеры Ю.Ф. Йосопов.   

Йәнтөйәгебеҙ һаҡсыһы
Йәнтөйәгебеҙ һаҡсыһы

2023 йыл Башҡортостанда “Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы” тип иғлан ителде. Беренсе Этҡол мәктәбендә лә планға ярашлы эштәр ойошторола. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары тирә-яғыбыҙҙы таҙа тотоуҙа, Һаҡмар йылғаһы ярҙарын таҙартыуҙа, экологик өмәләрҙә ихлас ҡатнаша. Иң ҙур эштәребеҙҙең береһе – ҡырҡылған ағастар урынына үҫентеләр ултыртыу. Был эштә өлкән класс уҡыусылары, класс етәкселәре ихлас ҡатнаша. Шулай уҡ мәктәптең “Йәш урмансылар” ағзалары әүҙемлек күрһәтә. Беҙҙең мәктәп Баймаҡ урман хужалығы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ә был хужалыҡта тәбиғәт һағында тороусылар үҙ эшенә яуаплы ҡарай, алдарына ҡуйылған бурысты урын еренә еткереп үтәй. 

Үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, эшен яратып һәм намыҫ менән башҡарған урмансылар һоҡланыу тыуҙыра. Тап шундайҙарҙың береһе лә инде Юлыҡ урман хужалығы мастеры Ю.Ф. Йосопов. 

Юнир Фәрғәт улы 1966 йылдың 10 декабрендә Беренсе Этҡол ауылында донъяға килә. Бәләкәй саҡтан эшһөйәр, тырыш һәм кешеләргә ярҙамсыл булып үҫә. Урта белемде тыуған ауылындағы мәктәптә ала. Хеҙмәт юлын “Алға” колхозында башлай. Артабан яҙмыш елдәре уны Өфө ҡалаһына алып килә. Ул бында электромонтер һөнәрен үҙләштерә. Мәле еткәс, әрме сафына алына. Әрменән ул ҙур хыялдар менән ҡайтып төшә һәм туп-тура Өфө урман хужалығы техникумына  уҡырға бара. Хеҙмәт юлын Белорет районының Тирлән урман хужалығында башлай. 

Эшенә яуаплы ҡараған Юнир Фәрғәт улы бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. 

Тыуған ауылына ул 1993 йылда ҡайтып төшә. Башта урындағы мәктәптә хужалыҡ эштәре буйынса мөдир булып эшләй. 2002 йылдан Баймаҡ урман хужалығының Юлыҡ урман бүлексәһендә урман мастеры вазифаһын башҡара. Юнир Фәрғәт улы шулай уҡ уҡыусылар менән осрашыуҙар ҙа үткәрә. Ул, ғәҙәттә, буласаҡ урмансыларға ағас ултыртыу нескәлектәрен, янғын булдырмау сараларын, делянка бүлгәндә ниндәй ҡағиҙәләргә таянырға, законһыҙ ағас ҡырҡҡанда ниндәй яуаплылыҡ көткәне
тураһында һөйләй. 

Бына ошондай тамырҙары менән тыуған ауылына бәйләнгән, атайсалының урмандары һағында торған, “Йәш урмансылар” түңәрәгенең остазы Юнир Фәрғәт улына артабан да тик уңыштар теләйем. 

Гөлкәй ВӘЛИТОВА,
Беренсе Этҡол мәктәбенең “Йәш урмансылар” түңәрәге ағзаһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: