Башҡортостан ҡалын урмандары, зәңгәр күлдәре, көмөш һыулы шишмәләре, текә тауҙары һәм ер аҫты байлыҡтары менән дан тота. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы ваҡыт тәбиғәткә ҡарата һаҡһыҙ мөнәсәбәтте күреп, күңелебеҙ әрней.
“Йондоҙло” балалар баҡсаһы коллективы тәрбиәләнеүселәребеҙҙә тирә-яҡ мөхиткә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә тырыша һәм шуға ярашлы эш алып бара. Кескәйҙәрҙең күңелендә бөгөндән тәбиғәтебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Балалар баҡсалағы йәшел мөйөштә йыш ҡунаҡ була. Гөл-сәскәләргә бергәләп һыу ҡоябыҙ, япраҡтарҙағы туҙандарҙы һөртәбеҙ. Сәскә орлоҡтарын сәсеп, уларҙы тәрбиәләүгә лә үҙ көсөбөҙҙө индерәбеҙ. Әлеге ваҡытта беҙҙең балалар күп кенә ағастарҙы, сәскәләрҙе танып белә.
Тәбиғәтебеҙгә һөйөү бәләкәстән тәрбиәләнергә тейеш. Заман талаптарына ярашлы йәшәргә яраҡлашыу тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәһен. Эсәр һыуҙарыбыҙ, һулар һауабыҙ таҙа, саф булһын.
Беҙҙең балалар баҡсаһында патриотик тәрбиә биреүгә лә айырым иғтибар бүленә. Совет ғәскәрҙәренең Сталинградты азат итеүенә 80 йыл тулыуға арнап, февралдә хәрби-патриотик айлыҡ иғлан ителде. Уның сиктәрендә тәрбиәселәр Резеда Мөхәмәтшина һәм Айгөл Килдеғошева балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре араһында инша яҙҙырҙы.
Был үҙенсәлекле сара алдынан алып барыусылар 900 көн һәм төн барған Ленинград блокадаһы, совет ғәскәрҙәренең Сталинград блокадаһын өҙөүгә 80 йыл тулыуға бәйле күп кенә фотоһүрәттәр һәм тарихи яҙмалар менән таныштырҙы. Баҡсала ойошторолған күргәҙмә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Артабан тәрбиәселәр “Ил
һағында”, “Үткәндәргә баш эйәбеҙ”, “Илдә тыныслыҡ булһын” тип аталған темаларға инша яҙҙы.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса тәрбиәселәр араһында 1-се урынды Гөлсинә Бикмырҙина, 2-се урынды Резеда Мөхәмәтшина менән Гөлфиә Фәйезова, 3-сө урынды Нәсимә Язарова, Юлиә Юланова, Татьяна Ғәббәсова алды. Кесе тәрбиәселәр араһында 1-се урын Гөлсирә Сабаеваға, 2-се урын Миңзифа Мусинаға, 3-сө урын Нәзилә Аҡбулатова менән Айгөл Әхмәроваға бирелде.
Әле илебеҙ, тотош ер шарында иң актуаль темаларҙың береһе булып ил тыныслығы тора. Хәрби операцияла йөрөгән ир-егеттәребеҙ имен әйләнеп ҡайтһын, тип теләйек.
Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА,
Айгөл КИЛДЕҒОШЕВА,
“Йондоҙло” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.