“Права” алырға уҡып йөрөйөм. Бер ҡасан да руль артына ултырырға тура килмәгәс бик ауыр. Әкренләп йөрөргә өйрәнеп алдым. Хәҙер инде Баймаҡ эсенә сығара башланылар. Инструкторҙың сәсе минең менән ярты ағарғандыр инде. Сөнки ҡаршыға килгән машинаны күрһәм, юлдан шыуып төшә башлайым. Артта килгәндәрен еткермәҫ өсөн ҡыуып маташам.
Ярай, был бәләләре лә артта ҡалды. Тынысланып, өйрәнеп тигәндәй йөрөй башланым. Хәҙер инструктор минән юлдағы знактарҙы һорай, тикшерә. Ниһайәт, уҡыу ваҡыты артта ҡалды. Ағайым менән дә машинала йөрөү яҡшы һөҙөмтә бирҙе, мин үҙемде руль артында ышаныслы тота башланым. Имтихан көнө етте. Ҡағиҙәләрҙе, автодромды тапшырғас ҡалаға сығып киттек. Машина эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәре ултыра. Ҡала ситендә китеп барабыҙ. Шул саҡ ул знакка төртөп: “Был знак нимәне аңлата?”-тип һораны. Ә унда хайуандар төшөрөлгән! Юҡ, иҫләмәйем! Шулай ҙа: “Йәнлектәрҙе һәм тәбиғәтте һаҡлағыҙ”,-тигәнде аңлата тийем. Машинала ултырған инструктор, инспектор, минең менән имтихан тапшырған егеттең шарҡылдап көлөүе бар Баймаҡҡа яңғырағандыр. Ә имтихан алыусы инспектор: “Минең кәйефем имтихан ваҡытында был тиклем дә шәп булғаны юҡ ине әле”,-тип “сдала” тигән имзаһын һуҡты. Хәҙер минең хаҡта көләмәстәр йөрөүен беләм. Булһын, уның ҡарауы мин “правалы” булдым.
М.