Бөтә яңылыҡтар
Ял сәғәттәрендә
7 Август 2025, 16:15

Милли биҙәүесте тергеҙеп

Буранбай ауылы мәҙәниәт йортонда «Гәүһәркәй» ансамбле ағзаһы Миңлеямал Раева селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Унда ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашты...

Буранбай ауылы мәҙәниәт йортонда «Гәүһәркәй» ансамбле ағзаһы Миңлеямал Раева селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Унда ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашты.

Селтәр - башҡорт халҡының милли кейеменең иң сағыу өлөштәренең береһе. Шул уҡ ваҡытта ул традицион биҙәүес тә. Уны ҡатын-ҡыҙҙар байрамға йәки ниндәйҙер йолаға арналған сараға, шулай уҡ көндәлек тормошта кейгән кейемдәренә  таҡҡан.

«Бөрйән ырыуына хас селтәрҙе  мин  Баймаҡҡа барып ҡул эштәре оҫтаһы Рәзинә Ҡотлоғужинанан өйрәндем. Ул миңә был биҙәүесте нисек дөрөҫ итеп эшләү серҙәренә төшөндөрҙө. Хәҙер белгәнем менән башҡалар менән дә уртаҡлашҡым килә. Үҙемдең ҡыҙҙарыма, ейәнсәрҙәремә лә эшләп бүләк иттем», - тине Миңлеямал Ғоссам ҡыҙы.

 Буранбай ауыл мәҙәниәт йорто быйыл «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә бүленгән финанс ярҙамға  яңы күлдәктәр тектереүгә өлгәште.

«Хәҙер ошо матур күлдәктәребеҙгә тап килерлек селтәрҙәр эшләп, образды тағы ла тулыландырырға уйлайбыҙ», -  тине мәҙәни ойоштороусы Гүзәл Әминева.

Милли биҙәүесте тергеҙеүсе буранбайҙарға уңыштар теләйбеҙ.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас