Сейәләр өлгөргән ваҡыт , нисегерәк уңдырып ҡына сейә ҡайнатмаһын әҙерләү ысулын да иҫкә төшөрөп китергә кәрәк . Ошо ысул менән әҙерләнгән сейә ҡайнатмаһы бик тәмле генә булды һәм бик яҡшы һаҡланды, ҡайнатма ҡуйы ғына килеп сыға. Һыналған рецепт.
- 11 стакан сейәгә ярты стакан һыу ҡойоп ҡайнатып сығарҙым , оҙаҡ ҡайнатманым , 7 стакан шәкәр ҡомо өҫтәнем , болғап ебәреп ҡайнап сыҡҡас тағы ла 10 минут ҡайнаттым , артабан тағы ла 7 стакан шәкәр ҡомо өҫтәнем дә ағас ҡалаҡ менән шәкәр ҡомо эреп бөткәнсе болғап торҙом , шәкәр ҡомо эреп бөтөп ҡайнап сыҡҡайны ғына утты һүндерҙем , шуның менән ҡайнатма әҙер . Барлығы 11 стакан сейәгә 14 стакан шәкәр ҡомо китә инде . Әҙер ҡайнатманы эҫе көйөнә банкаларға һалырға мөмкин , әммә ҡайнатма һыуынып бөткәнсе ҡапҡасты япмай , шул көйө һыуынғанса ҡуйып торорға . Кәстрүлдә лә һыуынғанса ҡалдырып аҙаҡ банкаларға һалырға мөмкин.
Әҙерләнгән ризыҡтарыбыҙҙы имен-һау , ҡыуаныстарҙа ғына ашарға насип булһын һәммәбеҙгә лә !
(Сибай ҡалаһынан Гөлгөнә Байегетова диуарынан)