Башҡортостанда «Профессионалдар» һөнәри оҫталыҡ чемпионатының төбәк этабы үтте. «Ашнаҡсы эше» компетенцияһында яҡташыбыҙ – Ниғәмәт ауылы егете Динислам Хисаметдинов беренсе урын яуланы!
Гөлфиә һәм Ансар Хисаметдиновтар ике бала үҫтерә. Баш бала булып тыуған Динислам бәләкәйҙән маҡсатҡа ынтылыусан булып үҫә. Бөгөн ул Өфө күп профилле профессиональ колледжы студенты.
«Ашнаҡсы эше» компетенцияһы - иң ҡатмарлы компетенцияларҙың береһе, унда ҡатнашыусыларҙың һаны ла иң күбе булды. Ҡатнашыусыларҙан аш-һыу әҙерләүҙең рецептураһын һәм технологияһын белеү генә түгел, ә сикләнгән ваҡытта эшләүҙе, ҡорамалдар менән эшләгәндә хәүефһеҙлек техникаһын, санитар нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә талап ителә.
20 ҡатнашыусының 6-һы чемпионаттың төбәк этабына үтте:
Һайлап алыу этабын үткән студенттар Өфө тармаҡ технологиялары колледжы майҙансығында өс көн дауамында оҫталығын күрһәтте.
Конкурсанттарҙың эштәрен һәр уҡыу йортонан эксперт-уҡытыусылар һәм индустриаль эксперттар – тармаҡтың юғары квалификациялы белгестәре, шеф-поварҙар баһаланы.
Студенттар “Мимоза” салаты, балыҡ, уха, бешерелгән йәшелсәләрҙән ҡабымлыҡ, гарнир һәм соус менән һыйыр ите, “Тапас” ҡабымлығы, бургер, панкейк, десерт әҙерләне.
Динислам барлыҡ заданиеларҙы ваҡытында һәм уңышлы үтәй, бөтә эштәре лә эксперттар тарафынан юғары баһалана. Яҡташыбыҙ үҙенең уңышы өсөн остазы Михайлова Ильмира Ильмир ҡыҙына рәхмәтле. Динислам һәм Ильмира Ильмировна Ырымбур ҡалаһында үтәсәк чемпионаттың йомғаҡлау этабында ҡатнаша. Уларға уңыштар теләйбеҙ!