Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Йүнселлек
20 Февраля , 09:20

Оҫта ҡуллы Нәзирә

Ҡолсора ауыл биләмеһенең Үрге Иҙрис ауылында йәшәүсе Нәзирә һәм Ғайфулла Мөхәмәтҡужиндар ғаиләһен тик өлгөлө яҡтан ғына беләләр. Ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнаған уҡытыусылар ғаиләһенең балалары ла ата-әсәһе юлынан киттеләр, өс улы ла юғары уҡыу бөтөп, үҙ ғаиләләре менән тормош көтәләр. 

Өй хужаһы Ғайфулла Ғәйнулла улы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан әле булһа балаларға белем бирә, ә Нәзирә Мәрүән ҡыҙы тик ултырмай, өйҙә ҡул эштәре менән булыша. Нәзирә апай бала саҡтан әсәһе Зәйнәп апайға эйәреп ҡул эштәре менән мауығып үҫә. Мәктәптә лә уҡыусы ҡыҙҙарға бөтә күнелен һалып ҡул эштәренә өйрәтә, уның ҡулында уҡыған ҡыҙҙарҙың һәр береһе нимә тотһа шуны эшләй тип әйтер инем.
Өй эсендәге һәр картина, сувенирҙар, балаҫ- түшәктәр барыһы ла Нәзирә апайҙың үҙ ҡулдары менән эшләнелгән. Хәҙер инде оҫтабикәгә заказ менән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күбәйҙе, АЛЛАҺҡа шөкөр, йылы быйма баштары, балаларға быймалар, тегелгән күлдәктәр, балаҫтарҙы бүләккә алып ҡыуанһалар, сәк-сәк, бауырһаҡ, бәлеш, урамалар туй мәжлестәренең, аят өҫтәлдәренең йәме, ҡулдарына күҙ теймәһен тибеҙ Нәзирә Мәрүән ҡыҙына🙌🙌🙌Әҙ генә буш ваҡыты булһа МХОлағы егеттәргә сетка үреүҙә, бәйләм бәйләүҙә ярҙам итә...
Өлгөлө ғаиләгә киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ. Ауылыбыҙҙа ошондай оҫта, ярҙамсыл кешеләр булғанда ауылдың киләсәге лә булыр тигән өмөт бар....

Оҫта ҡуллы Нәзирә
Оҫта ҡуллы Нәзирә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас