+6 °С
Ясна
Әремдең иң көслө мәле хәҙер. Ул төймәләнеп сәскә ата. Ошо мәлдә уны бәйләп алыу һәйбәт. Бәләкәй-бәләкәй итеп әҙерләп, күләгәгә ҡуйығыҙ. Өйҙә кипкән әрем "гөлләмәһен" тотоу һауаны төрлө зарарлы бактерияларҙан таҙартыр, бөжәктәр ҙә ҡасыр. Киҙеү мәлендә кипкән әремде яндырып, бүлмәләр буйлап йөрөтөп сығыу ауырыуҙарҙан һаҡлар.
Кипкән бер сәй ҡалағы әремгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Уны төнгөлөккә эсегеҙ. Был йоҡоһоҙлоҡтан яҡшы дауа, иммунитетығыҙҙы ла көсәйтер.
Аллергияһы булған кешеләргә әрем ярамауын онотмағыҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.