Йәмғиәт
8 Апреля , 12:35

Шундай ғаиләләр күберәк булһын

Борон-борондан ғаиләләге кесе ир-егет өйләнгәс атай нигеҙендә ҡалған, улар менән бергә донъя көткән. Тик һуңғы йылдарҙа йәш парҙар үҙ аллы йәшәүҙе хуп күрә. Эйе, заман башҡа - заң башҡа, тиҙәр. Һәр быуын үҙенсә... Шуға ла әле ҡәйнә-килен булып бер ҡыйыҡ аҫтында оҙаҡ йылдар татыу, матур ғүмер кисергән ғаиләләр һоҡландыра. Шуларҙың береһе - Ғәҙелбай ауылында йәшәүсе Ғәлиндар. Шүлкә ауылы ҡыҙы Гөлнара Әширәф ҡыҙы менән Ғәҙелбай егете Әхсән Хәсән улы уртаҡ дуҫтарының туйында таныша. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан йәштәр 1999 йылда ғаилә ҡора. Әхсән ғаиләлә биш бала араһында иң бәләкәйе булғанлыҡтан, матур йоланы боҙмай йәштәр - атай-әсәй менән бер йортта төпләнә.

Шундай ғаиләләр күберәк булһын!

 

Борон-борондан ғаиләләге кесе ир-егет өйләнгәс атай нигеҙендә ҡалған, улар менән бергә донъя көткән. Тик һуңғы йылдарҙа йәш парҙар үҙ аллы йәшәүҙе хуп күрә. Эйе, заман башҡа - заң башҡа, тиҙәр. Һәр быуын үҙенсә... Шуға ла әле ҡәйнә-килен булып бер ҡыйыҡ аҫтында оҙаҡ йылдар татыу, матур ғүмер кисергән ғаиләләр һоҡландыра. Шуларҙың береһе - Ғәҙелбай ауылында йәшәүсе Ғәлиндар. Шүлкә ауылы ҡыҙы Гөлнара Әширәф ҡыҙы менән Ғәҙелбай егете Әхсән Хәсән улы уртаҡ дуҫтарының туйында таныша. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан йәштәр 1999 йылда ғаилә ҡора. Әхсән ғаиләлә биш бала араһында иң бәләкәйе булғанлыҡтан, матур йоланы боҙмай йәштәр - атай-әсәй менән бер йортта төпләнә.

«Татыу, матур, эшһөйәр ғаиләгә килен булып төштөм. Ҡайным мәрхүм менән 18 йыл бергә йәшәнек. Үкенескә ҡаршы, һигеҙ йыл элек мәрхүм булды. Ҡәйнәм менән 26 йыл бергәбеҙ», - тип башланы һүҙен Гөлнара һылыу. «Ә уларҙан айырылып башҡа сығырға уйығыҙ булманымы?»- тигән һорау бирҙем килен кешегә. Юҡ, ул заманда кесе ул ғаиләле булғас та, атай-әсәй менән бергә йәшәргә тейеш, тип ҡарай инек. Шуға күрә айырым йәшәү уйы булманы ла. Ҡайным бик ярҙамсыл, яҡшы кеше ине. Урындары ожмахта булһын. Ҡәйнәм миңә - икенсе әсәйемдәй. Килен булып төшкәс, ул да мине үҙ ҡыҙылай яҡын күрҙе. Килен-ҡәйнә татыу булһа, ир менән ҡатын да татыу була, донъя ла алға бара», - тип тамамланы һүҙен уңған килен.

Ауылдаштары Гөлнара һәм Әхсән Ғәлиндарҙы эшһөйәр, дәртле, ихлас булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Улар сәскәләй дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Өлкәндәре Гөлназ ғаиләле. Тормош иптәше Ринат менән бер ул үҫтерәләр. Гөлйемештәре Сибай медицина колледжы студенты. Фельдшер һөнәрен һайлаған ҡыҙ уҡыу йортон быйыл тамамлай. Наҙгөл Баймаҡ күп профилле лицей-интернатының 10-сы класында белем ала. Бәләкәстәре Альбина Беренсе Этҡол мәктәбенең 7-се класында уҡый.

Тырыш ғаилә ауыл ерендә гөрләтеп йәшәй: күпләп һыйыр һәм йылҡы малдары, һарыҡ көтәләр, йәйен ҡош-ҡорт аҫрайҙар. «Күмәк малға бесән әҙерләүе ауыр түгелме?» - тип һорайым ғаилә башлығынан. «Юҡ, уны әҙерләүҙә шәхси техникабыҙҙың булыуы ҙур ярҙам. Күбәләүҙә ҡатыным, ҡыҙҙарым да был эшкә үҙ өлөшөн индерә», - тип яуапланы Әхсән Хәсән улы. Малдарға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ туплау ир-ат яуаплылығында булһа, һыйыр һауыу, төрлө һөт ризыҡтары әҙерләү - ҡатын-ҡыҙҙар иңендә. Аш-һыу оҫтаһы булған уңған хужабикәләр һыйыр ағын тәләфләмәй, ә аш итергә тырыша: ҡыҙыл һәм аҡ эремсек, ҡорот, ҡатыҡ, май, ҡаймаҡ - барыһын да етештерә. Үҙҙәренә ҡышҡылыҡҡа етерлек аҙыҡ туплағандан һуң, артҡанын һатыуға ла сығара.

«Ғәҙелбайҙа һәр өйҙә тиерлек һыйыр малын күпләп тоталар. Ауылда йәшәгәс, мал көтөп, уның файҙаһын күреп йәшәргә кәрәктер, тип уйлайым. Һыйлы көнөң һыйырҙа, тиҙәр. Аллаға шөкөр, мал тотҡас, эш тә, аш та бар. Һәр йәкшәмбе ҙур баҙарға һөт ризыҡтарын һатыуға алып сығабыҙ. Элегерәк, йәшерәк сағында, ҡәйнәм йөрөһә, хәҙер инде мин сығам. Үҙебеҙҙең һатып алыусыларыбыҙ ҙа бар. Улар нимәләр кәрәклегенә заказ биреп, барыуыбыҙҙы көтөп торалар», - тине Гөлнара Әширәф ҡыҙы.

Ғәлиндарҙың ҡотло, ҡунаҡсыл йортонан туғандары, яҡындары өҙөлмәй. Атай-әсәй йорто, тип ошо нигеҙҙә тыуып үҫеп, үҙ ғаиләләрен булдырып, ситтә йәшәгән балалары ла йыш килә.

«Тыуған йортҡа - ҡәҙерле әсәйебеҙ, туғандарыбыҙ янына һәр саҡ ашҡынып ҡайтабыҙ. Ҡасан килһәк тә, улар беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Үҙҙәре ҙур ғаилә булһа ла, беҙҙе, балаларыбыҙҙы ла матур итеп ҡабул итәләр. Килен ихлас, аш-һыуын әҙерләп ҡунаҡ итә. Һағынып көтөп алған әсәйебеҙгә, ҡусты-киленебеҙгә рәхмәт», - тине Рәмилә Халиҡова.

Быйыл иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында Ғәҙелбай ауылында йәшәүсе Ғәлиндарҙың күркәм ғаиләһе менән танышыуыма шатмын. Мәҡәләмде күберәк булһын шундай ғаиләләр, уңған килен, матур ҡәйнәләр, тигән һүҙҙәр менән тамамлайһым килә.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас