-1 °С
Болотло
Һуңғы ваҡытта Баймаҡ ҡалаһында яңы мәсет төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһап, махсус иҫәпкә аҡса йыйыу ойошторола. Ошо хәлгә аңлатма биреүҙе һорап, район хакимиәтенә, район мөхтәсибәтенә мөрәжәғәт итеүселәр күп. Был һорауға Баймаҡ районының имам-мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин шулай тип яуап бирҙе:
Әлеге көнгә тиклем Баймаҡ ҡалаһында тағы бер мәсет төҙөүгә, йәғни "Мәҙинә" исемле мәсет төҙөүгә район хакимиәте тарафынан рөхсәт бирелде. Иншаллаһ, мартта яңы объект буйынса барлыҡ документтар әҙер буласаҡ. Шунан һуң инде проект раҫланып, төҙөлөш эштәре башланасаҡ.
Ҡалала, "Мәҙинә" мәсетенән тыш, башҡа мәсет төҙөү планға индерелмәгән һәм унан башҡа бүтән мәсет төҙөү өсөн аҡса йыйыу дөрөҫлөккә тап килмәй.