-1 °С
Болотло
Зекериә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының беренсел бүлегендә КВН үтте. Студенттар уны «Беҙ сәләмәт тормош яҡлы» девизы аҫтында ойошторҙо.
Командаларҙы баһалаған жюри составында “Беренселәр хәрәкәте”нең урындағы бүлексәһе эшен ойоштороу буйынса белгес Гөлфирә Нарынбаева ла булды.
Студенттар конкурсҡа яуаплы ҡарап, яҡшы әҙерләнгән ине. Улар үҙҙәренең шаяртыуҙары аша наркотиктарға, тәмәке тартыуға һәм алкоголгә кире ҡарашта булыуҙарын белдерә алды.