Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ноябрь 2025, 18:00

Өфөгә юл ябылды

17.30 сәғәттә Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлы участкаһы бөтә транспорт төрҙәре өсөн хәрәкәт ябылды

Өфөгә юл ябылды
Өфөгә юл ябылды

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 5 ноябрҙә 17.30 сәғәттә Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлы участкаһында 67 саҡрымдан 222 саҡрымға тиклем (Архангел һәм Белорет райондары) бөтә транспорт төрҙәре өсөн хәрәкәт ябылды. Көслө ҡар, ел, боҙлауыҡ һәм күреү мөмкинлегенең сикләнеүе арҡаһында һауа шарттары насар булыу сәбәпле сикләүҙәр индерелде. Юл хәрәкәте киске 9-ҙа асылыр, ти күҙаллана.

Автор: Лилия Кусябаева
Читайте нас