Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2025, 17:15

Журналист иҫтәлегенә шахмат турниры

Әбделхәй Буранбаев иҫтәлегенә шахмат турниры үтте

Журналист иҫтәлегенә шахмат турниры
Журналист иҫтәлегенә шахмат турниры

Район гәзитенең арҙаҡлы журналистары иҫтәлегенә спорт ярыштары даими үткәрелеп килә. Һуңғыһы Ә.З. Буранбаев рухына бағышланды һәм уның сиктәрендә шахмат буйынса район кубогының 2-се этабы ойошторолдо. Ярышты асыу тантанаһында Әбделхәй Зөлҡәрнәй улы тураһында бик йылы һүҙҙәр яңғыраны. Ул "Октябрь байрағы" гәзите редакцияһында сирек быуат тәржемә бүлеген етәкләү осоронда үҙ эшенең оҫтаһы булып танылды, Сәғит Мифтахов исемендәге премияға, башҡа наградаларга лайыҡ булды. Коллегалары хәтерендә ул шат күңелле, ярҙамсыл, итәғәтле кеше, яҡшы, тоғро дуҫ булып ҡалды.
Ә.З. Буранбаев район тарихында шахмат буйынса ла яҡты эҙ ҡалдырҙы. Ул күп тапҡыр район чемпионы булды, республика, төбәк ярыштарында еңеүҙәр яуланы. Шулай уҡ шашка буйынса ла байтаҡ уңыштарға өлгәште.
Әбделхәй Зөлҡәрнәй улы тағы ла яңы еңеүҙәр, яңы үрҙәр яулар ине, ҡыҙғанысға ҡаршы, ғүмере бик иртә өҙөлдө.
Турнир ете турҙа уҙҙы, уйынсыларға 10-шар минут ваҡыт бирелде, һәр йөрөш өсөн 3 секунд өҫтәлде. Ярыш берләштерелгән формала ойошторолдо, йәғни кесеһе лә, олоһо ла бергә көс һынашты.
Көсөргәнешле уйындарҙан һуң иң-иңдәр асыҡланды. Ир-егеттәр араһында тәүге өс урынды Кәрешкә ауылынан Дәүләтбаев Әширәф, Ейәнсура районынан Хәсәнов Шәкир һәм Баймаҡ ҡалаһынан Кинйәбулатов Ғәйнулла яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң яҡшы һөҙөмтәләргә Баймаҡтан Зөбәйерова Гөлшат, Күгәрсен районынан Асҡарова Нәйлә һәм Баймаҡтан Мөхәмәтйәнова Сафия иреште.
Улар Әбделхәй Зөлҡәрнәй улының туғандары әҙерләгән аҡсалата приздарға лайыҡ булды. Шулай уҡ уларҙың ярҙамы менән исемле алты миҙал комплекты әҙерләнде.
Турнирҙың регламентына ярашлы, төрлө номинациялар буйынса еңеүселәр һәм призёрҙар билдәләнде, уларға грамоталар һәм миҙалдар тапшырылды. Мәҫәлән, ветеран ир-егеттәр араһында Үтәев Хәйризаман, Ҡашҡаров Шәриф һәм Бураншин Афраим (бөтәһе лә Баймаҡтан) иң яҡшылары булып танылды. Ә ветеран ҡатын-ҡыҙҙар араһында Асҡарова Нәйлә һәм Таулыҡай ауылынан Ҡоланбаева Рита бүләкләнде.
"Һаҡмар" һәм «Баймакский вестник» район гәзиттәре лә матбуғат ветераны иҫтәлегенә үткәрелгән турнирҙан ситтә тороп ҡалманы. Улар ярышта ҡатнашыусы иң өлкән уйынсыларға махсус приздар әҙерләне. Бүләктәр Баймаҡтан 79 йәшлек Жамилов Хәлит Вәдүт улы менән Ҡоланбаева Рита Ҡәҙим ҡыҙына тапшырылды. Баймаҡ 3-сө мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Аҡҡужин Айгиз ярыштың иң йәш ҡатнашыусыһы тип танылды һәм махсус миҙалға лайыҡ булды.
Турнир яҡшы кимәлдә үтте. Шулай итеп шахматсылар үҙҙәренең спорт миҙгелен асты. Ә шашкасылар октябрҙә осрашасаҡ - ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында ҡала-райондың шәхси беренселеге үтәсәк. Әҙерләнәйек, дуҫтар!
Риза Заманов.

Журналист иҫтәлегенә шахмат турниры
Журналист иҫтәлегенә шахмат турниры
Журналист иҫтәлегенә шахмат турниры
Журналист иҫтәлегенә шахмат турниры
Журналист иҫтәлегенә шахмат турниры
Журналист иҫтәлегенә шахмат турниры
Журналист иҫтәлегенә шахмат турниры
Журналист иҫтәлегенә шахмат турниры
Журналист иҫтәлегенә шахмат турниры
Журналист иҫтәлегенә шахмат турниры
Автор: Лилия Кусябаева
Читайте нас