Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2025, 10:25

Айыуҙар ысынлап та күбәйгәнме?

Әллә кешеләр улар менән һыйышып йәшәй алмай башланымы? Ни өсөн бер нисә йыл элек кенә Ирәндек айыуҙары кешегә әйләнеп тә ҡарамай ине, халыҡ та тыныс ҡына урман-ҡырҙарҙы ҡыҙырҙы, ә хәҙер...

Кешеләр урманға сығырға ҡурҡа. Еләккә барҙым тиһәм, айыу осраманымы тип һорайҙар. 

Кемдәрҙер айыуҙы ҡурҡытыр өсөн үҙе менән бомбочкалар йөрөтә. Тик айыуҙы күреп, уны тоҡандыра алмағандар күп. 

Айыуҙарҙы атып алырға, кәметергә кәрәк тиеүселәр күп. Ысынлап та тайыштабандар хәҙер ауылға  килә,  бөтөнләй кешенән ҡурҡмағандары ла бар. 

Шулай ҙа был йәнлектәрҙе барыбер йәл. Урманға барғанда беҙ уларҙың йортона барабыҙ бит...

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас