Үрге Яйыҡбай ауылы мәктәбенең спорт майҙансығында ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Зөлхәбирә Сәхиулла ҡыҙы һәм китапхана мөдире Әлиә Сулпан ҡыҙы ,башланғыс синыф уҡытыусыһы,ағинәй Миңнур Исмәғил ҡыҙы
ауылыбыҙҙың балаларына матур байрам сараһы үткәрҙеләр.
Был сара беҙҙең МХО-ла ҡатнашып,батырҙарса һәләк булған яугир һалдатыбыҙ Йәнтүрин Айгиз Азамат улының иҫтәлегенә бағышланды.
Беҙҙең тыныс тормошобыҙ өсөн көрәшеүсе, йәнен тәнен аямай ғүмерен биргән батырҙарыбыҙҙы балалар белеп үҫергә тейеш, беҙ уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Байрамда төрлө уйындар: күҙ бәйләп бүләктәр ҡырҡыу, скакалка менән һикереү , тоҡ кейеп йүгереү, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып тешләп ярышыу, ике команда араһында арҡан тартыш ярышы, дистанцияға йүгереү, бейеү буйынса бәйге ярыштары үткәрелде. Балалар һәр уйында ла ихлас ҡатнаштылар, еңеүселәргә приздар таратылды.
Был байрамда ата-әсәләр, йәш ғаиләләр балалары менән берлектә ҡатнашыуы күңелгә хуш килде.
Спонсорҙарыбыҙға батыр һалдатыбыҙ Айгиз мәрхүмдең яҡын туғандарына - Рәшиҙә һәм Азамат Йәтүриндәргә ,һеңлеләренә , кейәүҙәренә, "Әл-Фәтихә" мәсетенә, депутатыбыҙ Гөлсинә Рамаҙан ҡыҙына,Гүзәл Мөрит ҡыҙына, Ғәфүр Рафик улына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ ,уңыштар теләйбеҙ! Илебеҙгә тыныслыҡ ҡайтып, балаларыбыҙға тыныс тормошта йәшәргә яҙһын.
Бөгөн һеҙ балаларҙы ҡыуандырҙығыҙ! Сауаптары насип булһын!
Ошо изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!
Зөлхәбирә Мырҙағәлина,
"Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе.