-1 °С
Болотло
«Китап-Байрам» йәрминкәһендә Башҡортостандың Дәүләт оркестры директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы, кларнетсы Артур Нәзиуллинды осраттыҡ. Маэстро Дантеның «Илаһи комедия” һәм Александр Пушкиндың «Евгений Онегин» китаптарын һатып алды.
Фестиваль барған Совет майҙанында Башҡортостандың Дәүләт оркестры директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы, кларнетсы Артур Нәзиуллинды осраттыҡ. Маэстро китаптар һатып алып тора ине.
– Бындай күркәм сараның Өфөлә үтеүе ҙур бәхет, – ти музыкант. – Мин «Китап Байрамы» йәрминкәһенә гел киләм һәм китаптар алам, был инде йолаға әйләнде. Ҡасандыр мин «Онегин»ды яттан белә инем. Хәҙер был үлемһеҙ әҫәрҙе хәтерҙә яңыртырға теләйем.