Йыл һайын 27 майҙа илебеҙҙә Бөтә Рәсәй китапханалар көнө билдәләнә. Был байрам профессиональ китапханасыларға ғына түгел, ә мәҙәни һәм йәмәғәт тормошонда уларҙың ролен баһалаған китап һөйөүселәргә лә ҡағыла.
Һөнәри байрамға арнап, Баймаҡ үҙәк китапханаһында «Китапханала бер көн» тип аталған үҙидара көнө үтте. 3-сө мәктәп уҡыусылары Хазина Мөхәмәтйәрова (9-сы класс уҡыусыһы) һәм Никита Курочкин (Өфө ҡалаһының хореография колледжы уҡыусыһы) ваҡытлыса “китапханасыға әүерелеп”, китапханаға килеүселәрҙе хеҙмәтләндерҙе. Улар хеҙмәткәрҙәрҙе тулыһынса алмаштырып, уҡыусыларҙың һорауы буйынса китаптар бирҙе, яңыларын тәҡдим итте, китапхана фонды менән таныштырҙы, китап уҡыусыларҙың формулярҙарын тултырҙы һәм китаптарҙы кәштәләргә ҡуйҙы. Был сара уларға китапханасыларҙың эшен яҡшыраҡ аңларға һәм уларҙың хеҙмәтенең мөһимлеген баһаларға мөмкинлек бирҙе.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә «Бөтә Рәсәй китапханалар көнөн булдырыу» тигән указға 1995 йылдың 27 майында ҡул ҡуйыла. Указға ярашлы 27 май – Китапханалар көнө тип билдәләнә. Был дата Рәсәйҙә 1795 йылда бөтәһе лә керә алырлыҡ тәүге китапхана асылыу көнө булараҡ билдәле. Ул ваҡытта китапхана Императорҙың асыҡ китапханаһы тип аталған булһа, бөгөн ул Рәсәй милли китапханаһы исемен йөрөтә.
Яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәгән, кешеләргә рухи тәрбиә һәм белем биреү үҙәге - китапханала эшләүсе барлыҡ яҡташтарыбыҙҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.