Ишмөхәмәт ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Миңһылыу Сәлимованың тәҡдиме менән йыйынға Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы, Ейәнсура районының Өмбәт һәм Үтәғол ауылдары ағинәйҙәре, районыбыҙҙың ,,Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Монасипова, Таулыҡай ауылы ағинәйҙәре саҡырылды .
Шулай уҡ Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, Баймаҡ ҡалаһының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзаһы Сәрүәр Иҙелбаева, Баймаҡтан Рәмзиә Бәхтиева, ауылдың имам-хатибы, ҡоролтай рәйесе, ир-егеттәр ҡоро рәйесе, староста һәм башҡалар ҡатнашты.
Йыйындың тәүге өлөшө ауыл мәсетендә үтте. Хакимиәт башлығы Илнур Мансур улы Ишмөхәмәтов ауыл биләмәһе тормошо менән таныштырҙы.
Имам-хатип Сәфәрғәле Ярмуллин мәсеттең тарихын бәйән итте. МХО-лағы яугирҙәргә бағышлап доғалар ҡылынды.
Азамат Мөхәмәтшин Ярмуллиндарҙың ғаилә ҡороуына 50 йыл тулыу айҡанлы ҡотлап, уларға һәм шулай уҡ Илнур Мансур улына Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы .
Йыйындың икенсе өлөшөндә ағинәйҙәр өсөн ауылдың китапханаһына, мәктәпкә, мәктәптәге музейға экскурсия ойошторолдо.
Ауыл клубында Ишмөхәмәт ағинәйҙәренең ҡул эштәре, Үтәғол ауылы ағинәйҙәре рәйесе Фәүзиә Йосопованың кейеҙҙән, Өмбәт ауылы ағинәйҙәре рәйесе Гөлфирә Хәмиҙуллина әҙерләп алып килгән дебет шәлдәр, мәҙәниәт хеҙмәткәре Резеда Әбүбәкированың сигелгән, һарыҡ йөнөнән эшләнгән ҡул эштәре күргәҙмәһе барыһына ла оҡшаны .
Ишмөхәмәт ағинәйҙәре ,,Тәҙрә аша бала һатып алыу” йолаһын күрһәтте. “Ағинәйҙәр” ойошмалары рәйестәренең эш тәжрибәһе менән таныштырыуы, МХО яугирҙәренә нисек итеп ярҙам итеүҙәре тураһында сығыштары файҙалы булды.