Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2025, 20:30

Телгә лә бик оҫта ине ул

Шул һайрауы менән дә бик тиҙ үҙенеке итте шул ул мине. Бер кис фатирына саҡырҙы, роллға заказ яһаны, бик күңелле генә ултырҙыҡ. Унан һуң ни булғанын үҙем дә аңламай ҡалдым, мин уға бирелдем. “Мин һине бер кемгә лә бирмәйем, һин минеке, бары тик минеке генә,”—тине. Ә үҙе шул көндән һуң бөтөнләй үҙгәрҙе, һөйләшеүе лә тупаҫлана барҙы...

Бынан бер йыл элек, яҙҙың ҡояшлы бер көнөндә, Айнур исемле бик сибәр егет менән таныштым. Бер күреүҙә ғашиҡ итә торған егет ул! Мин дә бер күреүҙә башымды юғалтып ғашиҡ булдым. Уға тиклем дә йөрөгән егеттәрем булды, тик уларҙың береһе лә күңелгә яҡын түгел ине. Ваҡыт үткәреү өсөн генә йөрөнөм. Ә бына Айнурҙы осратҡас, йөрәгем урынынан ҡуҙғалды, йәнем гел уға тартылды. Мөхәббәт тимәй, нимә тиергә быны?

Беҙ уның менән Өфөнән ауылға ҡайтҡан саҡта таныштыҡ. Икебеҙ ҙә бер райондыҡы, хатта ауылдарыбыҙ ҙа күрше генә булып сыҡты. Шулай итеп, ауылға тиклем бергә ҡайттыҡ. Кис менән ул беҙҙең ауыл клубына килде һәм, әлбиттә, оҙатып ҡуйҙы. Ул минуттарҙа минән дә бәхетлерәк кеше булдымы икән? Шул көндән башлап беҙ уның менән бергә ҡайтып-китеп йөрөй башланыҡ. Бер ауылға ҡайтҡан көндө йәшенләп бик ныҡ ямғыр яуҙы, ҡойҙо ғына. Ул кисте, күпме генә көтһәм дә, Айнур килмәне, шулай ҙа телефондан шылтыратыштыҡ. Өфөгә киткәндә лә бергә китергә тура килмәне, ул иптәштәре менән машинала китте.

Шуныһы ҡыҙғаныс, шул көндән һуң беҙҙең аралар һыуынды: ауылға ҡайтһам да, яныма килмәне, телефон аша ла аралашырға теләмәне. Ә күңел уны көттө, һағынды. Ауылға ҡайтҡан саҡтарҙа ла күҙҙәрем гел уны эҙләне. Мин уға ысын күңелдән ышанған инем, яраттым да! Көтөп-көтөп тә яныма килмәне, бер хәбәре лә ишетелмәне.

Ярай, былай ғазаптарға сумып йәшәп булмаҫ, нисек тә оноторға кәрәк, тинем үҙ-үҙемә. Уның был аҙымын бик ауыр кисерҙем.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, Айнурҙы онотоу маҡсатынан, икенсе бер егет менән таныштым. Рәмил исемле ине ул. Ҡала егете. Кис эштән һуң көн һайын яныма килә, парктарға сығып ял итәбеҙ, киноларға барабыҙ. Ҡыҫҡаһы, ваҡытты бушҡа уҙғармайбыҙ. Телгә лә бик оҫта ине ул, һандуғас кеүек һайрап ҡына торҙо. Шул һайрауы менән дә бик тиҙ үҙенеке итте шул ул мине. Бер кис фатирына саҡырҙы, роллға заказ яһаны, бик күңелле генә ултырҙыҡ. Унан һуң ни булғанын үҙем дә аңламай ҡалдым, мин уға бирелдем. “Мин һине бер кемгә лә бирмәйем, һин минеке, бары тик минеке генә,”—тине.

Ә үҙе шул көндән һуң бөтөнләй үҙгәрҙе, һөйләшеүе лә тупаҫлана барҙы. Ҡыҙып китеп, телефондан да әллә нимәләр әйтеп ташлай ине. Тора-бара мин уны бөтөнләй күрә алмаҫ булдым, ул минең дошманыма әүерелде. Уға ҡарата күңелем ҡатты. Шулай итеп, ике арала упҡын барлыҡҡа килде, беҙ уның менән ташлаштыҡ.

Ошо хәлдән һуң егеттәрҙе бөтөнләй ен урынына күрә башлағайным да, бер көн йәнә Айнурҙы осраттым. Мине күргәс, тәүҙә әллә нимә эшләп китте, шулай ҙа эргәмә килеп ултырҙы. Йөрәгем жыу итеп ҡалды, хатта күҙҙәремә йәштәр килде. Ә үҙем уны күреүгә бик шатландым. Күҙҙәренә генә ҡарап ултырҙым, йөҙөнән күҙемде лә ала алманым. Ул шундай үҙгәргән, тағын да сибәрләнгән. Эх, мөхәббәт! Ниндәй генә уттарға һалмайһың бит һин! Айнурҙы онота алмағанымды, уны ысын йөрәктән өҙөлөп һөйөүемде аңланым. Ләкин нисек кенә яратһам да, ул минеке була алмай ине... Айнур миңә үҙенең бер аҙнанан һуң өйләнәсәген әйтте. Һөйгәне Өфө ҡыҙы икән. Теләһәң, туйға кил, тигән булды. Әллә шаяртып ҡына әйттеме, аңламаным. Бараммы инде! Үҙеңдең элекке йөрөгән ҡыҙыңды туйға саҡыралар микән ни? Уның был һүҙҙәрен ишетеү ауыр булды. Ниңә үҙең яратҡан кеше менән ҡауышыу насип булмай икән ул?

Гөлсөм.


Автор:
Читайте нас