-1 °С
Болотло
Республика Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, 3 майҙа Хәтер һәм хөрмәт көнө үтәсәк.
Был дата Башҡортостан халҡы өсөн айырыуса мөһим, сөнки ул ата-бабалар тураһында хәтерҙе һаҡлауға, халыҡтың мәҙәни мираҫына һәм йолаларына хөрмәт күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Был көндө зыяраттарҙа өмәләр үткәрелә, ҡоймалар, ҡәберҙәр тәртипкә килтерелә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ерләнгән урындар төҙөкләндерелә. Баймаҡтар йыл да был көндө өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, быйыл да өмәгә сығып, яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ, ветерандарҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерәйек.
Ҡалала ҡәберлектәргә тиклем өҫтәмә йәмәғәт транспорты маршруттары ойоштороласаҡ.