Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2025, 15:35

"Мин - милли кейемдә"

Бөгөн Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары йолалары” фестивалендә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Мин – милли кейемдә” конкурсына йомғаҡ яһалды

"Мин - милли кейемдә"
"Мин - милли кейемдә"

Бөгөн Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары йолалары” фестивалендә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Мин – милли кейемдә” конкурсына йомғаҡ яһалды.

Конкурсҡа илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан 200 ашыу эш ҡабул иттек. Фотоларҙы милли кейемдәр тегеү оҫтаһы, был өлкәлә бай тәжрибәһе булған жюри рәйесе Суфия Хәмзә ҡыҙы Әсәнова һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Салауат улы Мөхәмәтшин, ҡоролтай ағзаһы Лилиә Әхәт ҡыҙы Күсәбаева баһаланы.

Конкурсҡа килгән эштәрҙе ҡарағандан һуң, түбәндәгеләр еңеүселәр тип табылды:

Коллективтар араһында:

  • Иҫке Сибай ауылының “Шәфәҡ” ағинәйҙәр ойошмаһы (рәйесе – Йосопова Илүзә Илгиз ҡыҙы),
  • Ҡуянтау ауылының “Шишмә” фольклор ансамбле (етәксеһе – Ниғмәтуллина Сәрүәр Зәкир ҡыҙы).

Өлкәндәр араһында:

- Мерәҫ ауылы ағинәйе Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова,

- Күнзавод ауылынан Гөлшат Әлимханова.

Ғаиләләр араһында

  • Байымдан Нәзифә Йәмил ҡыҙы Мөстәҡимова (ҡыҙҙары Лилиә, Әлфирә, Гүзәл менән),
  • Күгиҙел ауылынан Ләйлә, Айлина, Айһылыу Билаловалар.

Балалар араһында:

  • Баймаҡ ҡалаһынан Йәсминә Бөркөтбаева,
  • Муллаҡай ауылынан Нәргизә Нурасова.

 

Еңеүселәргә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының Дипломдары һәм сертификаттар тапшырылды.

"Мин - милли кейемдә"
"Мин - милли кейемдә"
"Мин - милли кейемдә"
"Мин - милли кейемдә"
"Мин - милли кейемдә"
"Мин - милли кейемдә"
"Мин - милли кейемдә"
"Мин - милли кейемдә"
"Мин - милли кейемдә"
"Мин - милли кейемдә"
Автор: Лилия Кусябаева
Читайте нас