-1 °С
Болотло
Бөгөн республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың милли кейеме көнө билдәләнә. Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары йолалары” фестивале үтте. Унда районыбыҙ оҫтабикәләре бай күргәҙмә күрһәтте, милли кейемдәр парады, оҫталыҡ дәрестәре үтте, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Мин – милли кейемдә” конкурсына йомғаҡ яһалды.
Халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен тергеҙеү, уны киләсәк быуындарға тапшырыу маҡсатында тырышып эшләгән әүҙем ағинәйҙәр, оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар сарала тәжрибә уртаҡлашты, беҙҙең ерлеккә генә хас булған кейем өлгөләре менән танышты. Байрам күңелле ритайым менән тамамланды.