-1 °С
Болотло
"Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәре көнөнә арнап "Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә" исемле сара сәхнәләштерҙек.
Был сарала ағинәйҙәр һәм ауылдың гүзәл заттары ҡатнашты. Милли кейемебеҙҙең, милли биҙәүестәребеҙҙең, башҡорт теленең байлығына байҡау яһалды.
Инәйҙәребеҙ, ҡыҙҙарыбыҙ йырлап, бейеп, күңел асып алдылар. Сара аҙағында иҫтәлеккә күмәкләп фото ла төшөргә өлгөрҙөләр.
Милли кейем көнөнә битараф булмаған, ошо матур сарала ҡатнашҡан ауылдаштарыма ҙур рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм", - ти Ишей ауылы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе Х.И. Ишдәүләтова.