Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2025, 17:05

«Тәңкә аҙналығы» акцияһы

Тәңкә аҡсаларҙы алмаштырырға уйлаһағыҙ...

«Тәңкә аҙналығы» акцияһы
«Тәңкә аҙналығы» акцияһы

2025 йылдың 19 апреленә тиклем Башҡортостанда «Тәңкә аҙналығы» акцияһы үтә. Республика халҡы тәңкәләрҙе комиссияһыҙ банкноталарға алмаштыра ала. Акцияла «Сбербанк», «Россия», «Форштадт», «Энергобанк», «Альфа-банк», «Райффайзенбанк», «Россельхозбанк», «ВТБ», «Банк ПТБ», «Газпромбанк», «Ак Барс», «Акибанк», «Авангард», «Промсвязьбанк» банктары ҡатнаша. Аныҡ офистарҙы банктарҙың телефондары буйынса белешергә мөмкин.
Тәңкәләрҙе алмаштырғанда үҙегеҙ менән паспорт кәрәк. Ҡайһы бер банктарҙа ваҡ аҡсаны иҫәпкә күсерергә лә мөмкин.
Акцияла шулай уҡ «Магнит», «Монетка», «Лента» магазиндары ҡатнаша. Уларҙа паспорт кәрәкмәй, тәңкә аҡсаны банкноталарға алмаштырып ҡына була.
Тәңкәләрҙе теләгән күләмдә тапшырырға мөмкин. Боҙолған, ҡырылған, бөгөлгән, тишелгән, окисланған тәңкәләр ҙә ҡабул ителә. Иң мөһиме, металл аҡса 1997 йылдан һуң сығарылған булырға тейеш.

Автор: Лилия Кусябаева
Читайте нас