Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
26 Март 2025, 11:50

Матурлыҡ булдырыусылар

Баймаҡ инвалидтар ойошмаһы ағзалары балсыҡтан әүәләне. былар барыһы ла "Үҙеңде тап" грант проекты сиктәрендә эшләнде

Матурлыҡ булдырыусыларМатурлыҡ булдырыусылар
Матурлыҡ булдырыусылар

Төрлө ижад төрҙәре араһында полимер балсыҡтан әүәләү айырым урын биләй. Һәүәҫкәрҙәр уны ижад өсөн киң мөмкинлектәр асҡан һәм хатта профессионал булмағандар өсөн дә асыҡ булған универсаль материал булараҡ баһалай. Был техниканың мөмкинлектәре ғәжәпләндермәй, сөнки полимер балсыҡтан матур әйберҙәр генә түгел, файҙалы әйберҙәр ҙә эшләргә мөмкин.

Ошо көндәрҙә президент гранттары фонды средстволарын файҙаланып тормошҡа ашырылған «Үҙеңде тап» проектында ҡатнашыусылар быға инанды. Улар Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең инклюзив оҫтаханаһында оҫталыҡ дәресендә булды, уны педагог-рәссамдар Гөлдәр Дәүләтшина һәм Регина Әмирханова үткәрҙе.

Дәрестәр тамамланғандан һуң ҡатнашыусылар күтәренке кәйефтә һәм уҡытыусыларға оҫталыҡ дәресе үткәргәндәре өсөн ихлас рәхмәт белдерҙе. Улар проект етәкселәре Луиза Салауат ҡыҙы Ивановаға, Павел Геннадьевич Пуликовҡа, ирекмәндәр Миләүшә Ғәйетбаеваға һәм Азалия Сыңғыҙоваға рәхмәт белдерҙе һәм киләһе сараларҙа ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас