+21 °С
Болотло
Билал ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына арналған ҙур сара - төбәк-ара "Ҡышҡы уйындар" байрамы үтте. Саңғы ярышы Билалда бишенсе йыл рәттән үтә. Ошоға тиклем ярыштарҙа Урал аръяғы райондары, Баймаҡ, Сибай ҡалаларһы саңғысылары ҡатнашһа, быйылғыһы ауыл биләмәһе халҡы өсөн үткәрелде. Сараны ойоштороуға бағыусылар, ауыл халҡы һәр ваҡыттағыса дәррәү ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Саңғы ярышы, пневматик мылтыҡтан атыу һәм башҡа ярыштарҙа халыҡ ҙур теләк менән ҡатнашты. Бөтә ярышыусыларға ла иҫтәлеккә бүләктәр, грамоталар тапшырылды.