Темәс ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ярҙам итеү буйынса ҙур акция ойошторҙо. Улар яугирҙәргә быҡтырылған ит (тушенка) әҙерләне. Бының өсөн Темәс урмансылығының участка урмансыһы Иҙел Ситдиҡов тотош бер йылҡы итен бирә. Был ҙур ярҙам ғына түгел, ә ысын илһөйәрлек һәм Ватанды һаҡлаусылар тураһында хәстәрлек күрһәтеү.
Ауылдың ирекмән ҡатын-ҡыҙҙары барлыҡ тейешле талаптарҙы күҙәтеп, 160 банка тушенка әҙерләгән. Бынан тыш, уңған хужабикәләр 17 кг ҡаҙы эшләп, уны ҡаҡлауға биргән. Быларҙың барыһы ла махсус хәрби оперциялағы яугирҙәргә ебәреләсәк. Темәстәрҙең күңел йылыһын, изге теләктәрен ҡушып әҙерләгән аш-һыуы яҡташтарыбыҙҙың ризығына яҙһын, уларға өй йылыһын алып барып еткерһен. Егеттәрҙең барыһына ла Еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!