Алтаҡталарҙа хата күрҙегеҙме? Күҙ йомоп үтеп китмәгеҙ, был хаҡта “Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан” чатына яҙығыҙ. Республика менән идара итеү үҙәге Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡушыуы буйынса махсус чат-бот булдырҙы. Уны t.me/bashnamebot һылтанмаһы буйынса табырға мөмкин. Алтаҡталар, туҡталыштарҙағы яҙыуҙар, реклама плакаттары, юл билдәләре хаталар менән яҙылғанын күрһәгеҙ, был хаҡта үрҙәге һылтанма аша үтеп, хәбәр итергә мөмкин. Аныҡ адресты күрһәтергә һәм мөмкин булһа фотоны беркетергә кәрәк.
Комментарийҙы “Инцидент менеджмент” мәғлүмәт системаһы автомат рәүештә теркәй. Ялыу яуаплы структураларға тапшырыла һәм Республика менән идара итеү үҙәге инцидент ҡарарын контролдә тота. “Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан” һанлы ярҙамсыһы русса ла, башҡортса ла аңлай.