Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь , 17:10

Инвалидтарҙың проблемаларын хәл итеү өсөн

Сарала урындағы власть вәкилдәре, социаль хеҙмәткәрҙәр һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү өлкәһендә эшләүсе белгестәр йыйылды

Инвалидтарҙың проблемаларын хәл итеү өсөн
Инвалидтарҙың проблемаларын хәл итеү өсөн

Бөгөн инвалидтарҙың проблемаларын хәл итеүгә арналған “түңәрәк өҫтәл” үтте. Уны Баймаҡ инвалидтар ойошмаһы ойошторҙо. Сарала урындағы власть вәкилдәре, социаль хеҙмәткәрҙәр һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү өлкәһендә эшләүсе белгестәр йыйылды. Осрашыуҙа инвалидтарҙың көндәлек тормошта осраған көнүҙәк проблемалары өйрәнелде, социаль хеҙмәттәр һәм юридик ярҙам алыуҙа осраған ауырлыҡтар асыҡланды. “Түңәрәк өҫтәл”гә саҡырылған белгестәр ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе һәм уларҙы хәл итеү буйынса аныҡ тәҡдимдәр әйтте. Диалог барышында инвалидтарҙы эшкә урынлашыуға булышлыҡ итеү тураһында ла һүҙ булды.

Инвалидтарҙың проблемаларын хәл итеү өсөн
Инвалидтарҙың проблемаларын хәл итеү өсөн
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: