-3 °С
Болотло
Район хакимиәте башлығы һәм уның урынбаҫарҙары, төрлө хеҙмәт етәкселәре район халҡы менән осрашыуҙарҙы дауам итә. Кисә эш төркөмө Йылайыр һәм Ишмөхәмәт ауыл биләмәләрендә булды.
Бөтә сығыштарҙы тыңлағандан һуң аралашыу «һорау – яуап» форматында дауам итте. Халыҡты юлдарҙың торошо һәм уларҙы ремонтлау, күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын ремонтлау, һыу менән тәьмин итеү, дарыуханалар һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары кәрәклеге, мал һуйыу цехын асыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡыҙыҡһындырҙы. Уларҙың ҡайһы берҙәренә шунда уҡ яуап бирелде, башҡалары контролгә алынды.
“Халыҡ менән асыҡ диалогта эшләү бик мөһим һәм кешеләрҙең проблемаларын хәл итеү өҫтөндә эшләргә әҙербеҙ”, - тип белдерҙе район башлығы.