Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август , 10:30

Күсмә ҡабул итеү була

Ҡабул итеүҙә Республика прокуратураһы, РФ Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһы буйынса медик-социаль экспертизаның баш бюроһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүсе «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе, Рәсәй юристар Ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, министрлыҡтарҙың вәкилдәре ҡатнаша.

Күсмә ҡабул итеү була
Күсмә ҡабул итеү була

Хөрмәтле Баймаҡ районы халҡы!

7 августа Баймаҡ районында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы күсмә ҡабул итеүҙе ойоштора.

Ҡабул итеүҙә Республика прокуратураһы, РФ Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһы буйынса медик-социаль экспертизаның баш бюроһы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүсе «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе, Рәсәй юристар Ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе вәкилдәре ҡатнаша.

Шулай уҡ ҡабул итеүҙә түбәндәге министрлыҡтарҙың вәкилдәре буласаҡ:

- Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы;

- Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы;

- Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы;

- Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы;

- Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы;

- Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы;

- Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы;

- Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығы;

- Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы.

Ҡабул итеү 7 августа 11.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 36-сы йорт адресы буйынса район хакимиәте бинаһында үтә.

Үҙегеҙ менән паспортығыҙҙың булыуы мотлаҡ. Мөмкин булһа, һорауығыҙҙы ҡағыҙға яҙып алып килегеҙ.

Шәхси ҡабул итеүгә алдан яҙылыу өсөн иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (12.30 - 14.00 сәғәттә - тәнәфес.) эш көндәрендә түбәндәге телефондар буйынса шылтыратығыҙ: 3-10-07; 3-11-66; 3-14-47.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: