-4 °С
Болотло
2024 йылдың 15 апрелендә йыл һайын үткәрелгән «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы старт ала.
Иң алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә тикшереү үтһен һәм тар белгестәрҙән ярҙам алһын өсөн Башҡортостан буйлап күсмә медицина комплекстары йөрөйәсәк.
Тикшереү бушлай үткәрелә. Белгестәргә яҙылырға кәрәкмәй - ҡабул итеү сират тәртибендә башҡарыла. Иң мөһиме, үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алығыҙ.
Беҙҙең карточкаларҙа – апрель айына һаулыҡ поездары графигы.
Файҙалы мәғлүмәтте яҡындарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ менән бүлешегеҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан